-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2020, 10:45

Археологик тикшеренеүҙәр файҙалы, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәғе БДПУ колледжы студенттары ағымдағы йылдың сентябрь айынан бирле Өфөнөң “Көнсығыш сығыу” (Восточный выезд) төҙөлөш зонаһындағы археологик ҡаҙыныу, эҙләнеү-тикшеренеү эштәрендә ҡатнашалар.

Улар М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары менән бергә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙәге Рәсәй фәндәр академияһының Археология институты хеҙмәткәрҙәре, абруйлы шәхестәр, тарих фәндәре кандидаттары Татьяна Алексеевна Леонова, Ия Александровна Шутелева һәм Николай Борисович Щербаков етәкселегендә Йылҡыбай-1 , Фёдоровка-2 тораҡ урындарында торамалар һәм башҡа археологик ҡомартҡылар эҙләнеү эштәрен алып бара. Ике тарихи объект та Өфө ҡалаһы Калинин районынының “алыҫ территорияларында” урынлашҡан. Археологик ҡомартҡылар урта быуат осоронан алып 18-се быуатҡа тиклем арауыҡты үҙ эсенә алған бик ҡиммәтле, үҙенсәлекле материалдарҙан тора. Археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнашыусы егет һәм ҡыҙҙар бай тәьҫорат һәм белем туплай, кешелек йәмғиәте тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биреүсе матди сығанаҡтар эҙләү менән бик тырышып шөғөлләнә. Ҡаҙыныу эштәре, археологик тиҡшеренеүҙәр файҙалы, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә.
Юлай Низаев,
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы студенты,
“Саҡмағош сатҡылары” район әҙәби-ижад берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары,
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: