-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь 2020, 17:00

ЙЫРСЫ ТОРМОШОНАН БЕР МӘҘӘК ХӘЛ

«Ниндәй „Хызыров Вәхит“ булһын, „Христос воскрес!“ тигәнде аңлата был хәрефтәр»...

Ғәҙәттә, Вәхит Хызыровтың йырҙарын тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Ә инде бер киске концертта халыҡ айырыуса яратҡан йырҙарҙы башҡарғанғамы, бөтөнләй сәхнәнән төшөргә ирек бирмәй, ҡабат-ҡабат һорап йырлаталар уны. Ҡайтҡанында инде сәскәләргә күмеп оҙаталар. «Ну, малай, бәхетле йырсыһың да инде, ана бит нисек алҡышлайҙар үҙеңде!» — тип көнләшеү ҡатыш һоҡланып ҡала сәхнәләштәре лә. Артист кешегә күп кәрәкме, маҡтаныуҙарҙан күңеле тағы ла күтәрелеп, Өфөнөң Достоевский урамындағы «элитный» йорттоң тотош 9-сы ҡатын биләгән ҙур яңы фатирына осоп тигәндәй ҡайтып инһә, унда ҡатыны Машенька ҡосаҡ йәйеп ҡаршылап тора. «Әйҙә, тиҙерәк сәхнә кейемдәреңде алыштыр ҙа, китә һалайыҡ, әсәйем көтә. Ҡунаҡҡа саҡырҙы», — ти ул Вәхитте ҡабаландырып. Ниндәй кейәү ҡәйнәгә ҡунаҡҡа барыуҙан баш тартһын?! Етмәһә, концерт тип көн буйына йүнләп ашалмаған. Ҡәйнәһе Татьяна Александровна аш-һыуға оҫта инде ул. Ана, тәмле бәлеш еҫтәре бөтә подъезға таралған.
Бер аҙ салат-маҙар ҡапҡылап, һурпалы аш ашап алыуға көтөлгән ҙур бәлеш тә табынға ҡуйыла. Ҡәйнә кеше ҙур байрамға әҙерләнгәнме ни, иң матур күлдәген кейеп алған, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Шул саҡ Вәхиттең күҙе бәлеш өҫтөнә ҡамыр менән яҙылған ике хәрефкә төшә лә йөрәге шатлығынан урынынан ҡубырҙай булып тибә башлай. Бына хужабикә ул хәрефтәргә ҡарап суҡынып та ала. «Быныһы инде артығыраҡ та», — тип уйлай Вәхит «Х.В.» тип яҙылған хәрефтәрҙән күҙен алмай. Исем-фамилиямдың тәүге хәрефтәрен ҡуйып бәлеш бешереүенә рәхмәт, әлбиттә, уға ҡарап суҡынмаһа ла булыр ине. Минең мосолман икәнде онотоп киттеме икән ни?!"
Шулай булһа ла, нисек күңелен күрергә белә ҡәйнәһе берҙән-бер кейәүенең. Йә инде, кемдең башына килер ошондай уңышлы сюрприз менән ҡаршылау? Күңеле тулыуҙан Вәхит Хызыровтың күҙҙәренә йәш тула. Уларҙы күрһәтмәү өсөн ҡарашын түбә таҡтаһына текәп, ҡалтыранған йомшаҡ тауыш менән ҡәйнәһенә һүҙ ҡуша: «Миңә булған ихтирамың, иғтибарың өсөн үҙеңде Хоҙай Тәғәлә ололаһын, мамочкам. Бөгөнгө уңышлы сығышым хаҡында берәй артистан (Татьяна Александровна оҙаҡ йылдар филармонияла эшләп пенсияға сыға) ишетеп бешкән бәлеш өҫтөнә яҙҙыңмы хәрефтәрҙе?» — ти. Үҙе: «Оҙаҡламай, ҡәйнәмдең тыуған көнө. Мин дә бәлеш йәки торт өҫтөнә уның исем-фамилияһының баш хәрефтәрен яҙып, күстәнәскә алып килермен әле», — тип уйлап ҡуя.
Ҡәйнәһенең йөҙө үҙгәреп китә. Йылмайыуы юғала. «Ниндәй „Хызыров Вәхит“ булһын, „Христос воскрес!“ тигәнде аңлата был хәрефтәр», — ти ул кейәүенә ҡоро ғына. Аҙаҡ күмәкләшеп көлөшөп алһалар ҙа, ҡайтҡанда Хызыровтар үпкәләшкән кешеләрҙәй һөйләшмәй генә ҡайта. Хәйер, кемгә һәм ни өсөн үпкәләрг ә тейеш һуң әле улар? Табын йәмле, бәлеш тәмле булды.
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
Читайте нас: