-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь 2020, 23:30

МАГИК КӨСКӘ ЭЙӘ

Ышаныуҙар буйынса, бындай бишеккә яман заттар, сихыр-боҙомдар, күҙ уғы яҡын килмәй. Ғаиләгә күп бала, ә өйҙәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға түлле булыуҙы теләп тора икән:

АРТЫШ
Ышаныуҙар буйынса, артыш ағасы магик көскә эйә. Унан бөтә яман көстәр ҙә ҡурҡа, ҡаса икән. Шуға өйҙә йәш бала, әсә булһа, артыш төтәтеү йолаһы бар. Өй тынысһыҙ булһа, мәйет йыуғанда, уны сығарғанда ла, артыш төтәтәләр. Ишек, тәҙрә баштарына, мөйөштәргә артыш элеү әле лә осрай.
Боронораҡ бала бишеген дә артыштан яһағандар. Бишектең сиртмәһен ботаҡтары күп булған сатлы артыштан эшләргә тырышҡандар. Ышаныуҙар буйынса, бындай бишеккә яман заттар, сихыр-боҙомдар, күҙ уғы яҡын килмәй. Шул уҡ ваҡытта сатлы артыштан эшләнгән бишек сиртмәһе ғаиләгә күп бала, ә өйҙәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға түлле булыуҙы теләп тора икән. Артыштың магик көсөнә ышаныу башҡорттарҙа шул тиклем көслө булған, хатта баланың киләсәген дә артыш ярҙамында ыңғай итергә тырышҡандар. Мәҫәлән, Илеш районында яҙылған бала бәүетеү һамағы ҡыҙ балаға парлы булыуҙы теләй.
- Сикертмәле артыштыр,
Егеттәргә ҡауыштыр -
(Ш.Нурисламова. Баҙытамаҡ ауылы).
Артыш һүҙе килеп сығышы яғынан боронғо төрки artuc ‘артыш’ һәм arit ‘таҙартыу’ һүҙҙәре менән бәйле булырға тейеш.
Ф.Ғ. Хисамитдинова.
Читайте нас: