+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 11:15

ҠАНИФАЛАР ҠАЙТЫР ЮЛДАР БАР...

Меңәр йыллыҡ ҡанлы тарих яҙған Аҫаба халҡы беҙ был ерҙең. Мең йыл матур тарихын яҙырбыҙ Башҡортостан тигән был илдең.

Был ерҙәрҙе Хоҙай хасил иткәнОжмах кеүек күреп, яратып.Кешеләре уның йәшәһен, тип,Иле, ере өсөн йән атып.Йәшәһен, тип, ерҙә кешеләреАлсаҡ йөҙлө, батыр йөрәкле.Күҙе ҡараһындай һаҡлаһын, тип,Бәрәкәтле ошо төйәкте.Армыт-армыт тауҙар теҙелеп киткән -Ошо инде башҡорт ерҙәре.Армыт тауҙар илен ятҡа бирмәҫАрыҫландай башҡорт ирҙәре.Терегөмөш кеүек йылғалары,Эсеп туймаҫ шишмә һыуҙары.Һыуын, ерен яҡлар улдар табаБашҡорт иленең һылыуҙары.Ҡурпы үлән, ҡыҙырым йәшел сауҡа,Күҙ күреме етмәҫ ҡырҙары.Сит ерҙә йәм табып йәшәй алмайИлен һөйгән башҡорт ҡыҙҙары.Баһымсаҡҡа баҡа батша булһын.Үҙ тәҡдире менән килешмәйИлен эҙләп ҡайтҡан ҠанифаҡайТарих яҙған ҡайтып килешләй.Сикһеҙ дала, бейек тауҙар ашаҠайтыр юлын тапҡан һылыу ҡыҙ.Онотолмаҫ өлгө булып баҫа -Башҡорт ҡыҙы түгел ҡыйыуһыҙ.Тапҡыр ҡыҙҙың тамырҙары буйлапСура батыр ҡаны аҡҡанға,Йәне, тәне, ҡаны тартыу көсөАлып ҡайтҡан тыуған яҡтарға.Арал буйҙарынан УралғасаЯҙлыҡмайса килә алған ҡыҙ.Эҙәрлекләп килгән ҡыуғынсынанЭҙен яҙлыҡтыра алған ҡыҙ.Кейек-януарҙарға тап булғандаҠотолоу әмәлен тапҡан ул.Меңәр йылдар данланып йырланырҠанифа әйләнеп ҡайтҡан юл.Ниңә тороп ҡалған һуң был балаҒәзиз атаһынан ай(ы)рылып?Нимә мәжбүр итеп, атаҡайыҠайтып киткән ҡыҙын ҡалдырып?Ни эҙләгән икән Сура батырҠотһоҙ дала - Ҡаҙаҡ ерендә?Тирмә ҡороп йәшәп кенә ятмайҠыр-урманлы башҡорт илендә?Мең һорауға яуап йәшерелгәнТарих ҡалған зарлы халыҡтан.Ошо тарих уның йыр-моңонда,Тел хазинаһында сағылған.Ҡан-йәш менән яҙылған тарихтыЗәһәр елдәр киҫеп юймаған.Тауҙар емерелеп, ер күсһә ләВаҡыт ағымдары йыумаған.Бәрәкәтле ерҙә түлен йәйепКөн иткән ҡунаҡсыл халыҡтыңЕрен, илен даулап, яулап, алдапБатша ярандары ҡаныҡҡан.Хоҙай үҙе ҡыҙығыр был ерҙеНәфсе ҡоло күрмәй ҡалмай шул.Мал-мөлкәтен, халҡын әсир итеп,Илен ялҡын кеүек ялмай шул.Бейек ҡарағайҙар урынынаКүтәрелә завод торбаһы -Үҙ ереңде ситтәр талағанынНисек түҙеп ҡарап тораһы!Түҙерһеңме тапҡан хазиналарҠорос ҡорал итеп ҡойолһа?Шул ҡоралдар менән үҙ халҡыңдыңҒәзиз йәнкәйҙәре ҡыйылһа?Аҡтарыла армыт тау түштәре,Тапала ер, ир, ҡыҙ намыҫы.Батыр ирҙәр баш күтәреп сығаҺаҡлар өсөн нәҫел ырыҫын.Ҡырып ҡына бөтөрөрлөк түгел,Батша ялсылары, һай, күмәк.Өйөр ас эт кеүек ҡанығалар,Ғәзиз баштар тағы ни күрмәк?Бала-саға эштән михнәт сигә,Ир-аттарҙы аҫып-киҫәләр.Йәш ҡыҙҙарҙың сафлығынан көлөп,Мир алдында мыҫҡыл итәләр.Мең ғазаплы башҡорт батырҙарыБрагин кеүек нәфсе заттарҙанҠыҙҙарының намыҫ түлен һаҡлап,Алып ҡаса алыҫ яҡтарға.Ҡаҙаҡ ере һыйындырмай ҡалмаҫ -Бер үк мосолмандар ере лә.Бола тынғас, ҡабат ҡайтыр уларАрмыт таулы тыуған иленә.Ҡаҙаҡ иле алыҫ. Килеп етмәҫШашып ҡоторонған кафырҙар.Ҡыш ҡышлағас, йәйләр туғайҙарға,Насип булһа, бер көн ҡайтырҙар.Сура батыр инә бей янына:"Ҡаҙаҡ туған, беҙҙе һыйындыр.Бүләк итеп бирер мал-тыуарым,Мөлкәтем һәм бай-мул һыйым бар.Динебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә оҡшаш,Йөҙҙәр инде тамам бер төрлө.Көн итербеҙ аҡ тирмәләр ҡороп -Бер үк ҡаҙаҡ-башҡорт шөғөлө".Ҡаҙаҡ бейе һаҡалын һыпырыпҠараш ташлай килгән халыҡҡа:"Рәхим итеп йәшә ваҡытлыса.Кәрәк булыр мал да, байлыҡ та.Кәрәк булыр тағы анау торғанҺылыу ҡыҙың, йәш кәләшлеккә".Башын баҫып сыҡҡан Сура батырТуғандарын йыйҙы кәңәшкә.Бейҙең талаптарын үтәмәйсәКөн итергә сара табылмаҫ.Хоҙай бер әмәлен күрһәтер ул,Сит ерҙәрҙә мәңге ҡалдырмаҫ.Ҡаҙаҡ ере - аҡ ҡылған диңгеҙе,Шауҙыр һары ҡаулан далаһы.Ҡаҡ сусаҡлы ҡаҙаҡ далаһындаНи йәм табыр башҡорт балаһы?Күккә ашҡан Урал ҡаяһындайКүккә аша күкрәк һағышы.Һағындыра күк күкрәтеп яуыпЙәшәү илткән йәшен тауышы.Бөҙрә таллы Һаҡмар буйҙарындаТороп ҡалды йәшәү йәмдәре."Ҡайтығыҙ!"- тип үкһеп саҡыраларЯтҡан әруахтарҙың йәндәре.Сура, Әмин, Темәс төйәк иткәнҮҫәргәндәр ере алыҫта.Ир күңеле йәшһеҙ генә илайАлҡымынан алған һағыштан.Армыт-армыт тауҙар теҙ(е)леп киткәнТыуған яҡтан күҙен ала алмай,Осоп ҡайтып урай уйҙарындаҺағыныуҙан тәҡәт табалмай.Бола тамам!- тигән хәбәр килдеҠанат ҡуйып батыр иңенә.Ҡышын ҡышлап, осҡан ҡош шикеллеҠайтыр улар тыуған еренә.Мал-мөлкәтте туплап, тирмә һүтеп,Ҡайтыр юлға сығыр мәл етте.Ҡайтыр юлға сығыу ҡыуанысы -Терелтер ул хатта мәйетте.Һыйындырған өсөн хужаларғаОло рәхмәт һүҙен әйттеләр.Ҡаҙаҡ дуҫтар риза булып ҡалһын,Донъя хәлен тағы кем белә.Килешелгән шартҡа тоғро ҡалып,Ун өс йәшлек ҡыҙын ҡалдырып,Балиғ булып, ун һигеҙе еткәсИргә тапшырырға шарт ҡуйып,Әсир төшкән башҡорт әбейенәҠыҙҙы тәрбиәгә алдырып,Бәхилләшеп, күҙ йәштәрен йотоп,Бер күрешер өсөн зар булып,Сура батыр ҡайтыр юлға сығаТемәс, Әмин менән бергәләп.Ҡайтыу юлы ай-һай оҙон, ауырСабырлыҡ, таһыллыҡ, көс кәрәк.Ҡанифаҡай ҡала ят тарафта,Һабышмаҫмы икән һарыға?Яҙмышына яҙылғанмы икәнҠаҙаҡ затлы иргә барырға?Килешерме үҙ яҙмышы менән,Төшкән ергә таштай батырмы?Тамырҙары буйлап аҡҡан саҡтаБашҡорт ҡаны Сура батырҙың?Күҙ алдынан китмәй еләк йыйғанЙәшел туғайҙары, ҡырҙары.Еләктәрҙе Ҡанифаһыҙ ғынаЙыя микән иптәш ҡыҙҙары?Ҡолонсаҡтар иңләп саба микәнБейәләр йәйләгән туғайҙы.Әсәкәйе төштәренә инә,Ҡыҙын һағынып ул да илаймы...Һаҡмарының һалҡын һыуын эсһә,Баҫылыр ҙа ине һағышы.Ташлап китһә ҡотһоҙ был ерҙәрҙе,Төшмәҫ әле ҡаҙаҡ ҡарғышы.Ниәте ҙур ҡыҙҙың, етһен генәТаһыллығы, көсө, ҡөҙрәте.Тәрбиәгә алған әбекәйеҠайтыр яҡҡа юлды өйрәтте.Ҡыҙҙы әсәй кеүек ҡурсалағанҠаҙаҡ көнлө башҡорт әбейеАңлай инде Ҡанифаның хәлен,Эҙләп кенә йөрөй бер яйын:Биреп ҡуймаҫ ҡыҙҙы ҡаҙаҡтарға,Үҙе әсир булды - шул еткән.Үсе ҡаныр, әгәр ҠанифаһыҠыйыу ниәтенә ирешһә.Ҡабат-ҡабат тылҡый ҡолағына:"Төндә генә атлап һаҡ барың!Тимер ҡаҙыҡ һәр саҡ уңда булһын,Шул яҡтарҙа инде Һаҡмарың.Көндөҙ йәшен ҡыуаҡ төптәренә -Ҡыуа сығып, бик тиҙ табырҙар,Алып ҡайтып, арҡан менән баулап,Таш зинданға илтеп ябырҙар.Әгәр булһа һинең йөрәгеңдәҠурҡыуыңдан көслө һөйөүең,Елдер тыуған яҡҡа, миңә бүләк -Һинең иҫән ҡайтып етеүең.Мин ризамын. Икебеҙ өсөн дәНи күрһәм дә, яңғыҙ күреүем.Бүләк миңә - тыуған ерҙәремәСәләм алып ҡайтып биреүең"-Фатихаһын бирҙе изге әбей,Ризыҡ һалып төргәк бәйләне.Тынмай доғаларым уҡырмын, тип,Ҡайтыр юлға ҡыҙҙы әйҙәне.Тотоп тыйып булмаҫ һөйөү көсөҠанифаның еңеп ҡурҡыуын,Дөм-ҡараңғы төндә юлға сыҡтыЮлдаш итеп яҡты Ҡош юлын.Меңәр саҡрым юлдың мең михнәте,Мең ҡаршылығы ла юҡ кеүек.Арығанын, ауырлығын тоймайҠанат йәйеп оса ҡош кеүек.Ҡыҫҡа йәйге төн бик тиҙ үтте.Ҡаҡ даланың таңы беленде.Тимер ҡаҙыҡ әйҙәп торған яҡҡаТоҫмал менән ел дә ел инде.Аһ! Нимә был? Артта ишетеләТояҡ тауыштары түгелме?Тимәк, һиҙеп ҡалып ҡыуғын сыҡҡан!Әсәкәйем! Ҡотҡар үҙемде!Йә, Хоҙайым! Йәшерә күр мине!Һин ҡөҙрәтле, мәрхәмәтле бит!Әсәкәйем ҡосағында бер үкҠайтып наҙланырға насип ит!Анау сусаҡ таштың төптәрендәҺеңеп кенә ятып торайым.Бер гөнаһһыҙ йәнкәйемде аяп,Һаҡлап алып ҡалсы, Хоҙайым...Сабып үтте ҡыуғын. Ҡыҙҙы эҙләпӘллә нисә урап әйләнде.Эңер төшөп, ҡыҙған таш һыуынып,Тимер ҡаҙыҡ, ана, шәйләнде.Йүгерә-атлай шулай төндәр үтте,Көндөҙҙәре үтте хәл йыйып.Кеше күҙҙәренә салынма лаҺәм арып та ҡуйма йығылып.Бәй-бәй... Алғы яҡта пәйҙә булдыБер өйөр эт менән кешеме?Аһ! Бүреләр!Ятып ҡалырмы ниРизыҡ булып йыртҡыс тешенә?Әсәкәйем, ниндәй ҡурҡыныстар!Һырт йөндәре тора ҡабарып,Уратырға самалайҙар мине,Ниндәй генә сара табайым?Һөйләгәйне бер саҡ атаҡайыОшо йыртҡыс хайуан хаҡында:Береһенә кеше ҡаны һөртһәң,Башҡалары уға ябырыла.Бармаҡ осон тештәп өҙәйем дә,Береһенә ҡаным һибәйем,Ни булһа ла булыр инде, Раббым,Бүтән бер әмәл дә күрмәйем...Бармағынан сорлап аҡҡан ҡандыБер бүрегә табан тоҫҡаны.Башҡалары ҡанлы был бүренеШунда уҡ өҙгөләп ташланы.Ә Ҡанифа сапты шырлыҡ буйлап,Аҡ-ҡара күренмәй күҙенә.Ҡурҡыуынан шашып йүгергәндәЙөрәккәйе, бер үк түҙ генә!Мең михнәтле икән ҡайтыр юлдар...Булһын. Меңеһен дә еңер ул.Бөгөн түгел, бәлки, иртәгәлерИлкәйенә ҡайтып етер ул.Алыҫ түгел уның тыуған ере -Йөрәгендә, һәр саҡ янында.Тыуған ерһеҙ миңә йәшәү юҡ, типБашҡорт рухы ҡайнай ҡанында.Ҡайтып етеп, тыуып-үҫкән илгәБашҡорт батырынан түл йәйер.Әсәһеләй ҡуш йөрәкле улдарИлен һөйгән ҡыҙҙар күбәйер.Арып йығылғанда ҡеүәт бирәҠанифаның ошо теләге.Компас кеүек дөрөҫ юл күрһәтәҺөйөү менән тулы йөрәге.Артта ҡалды ҡаҙаҡ далалары,Яҡыная һаман күк тауҙар,Йылға-күлле ҡырҙар йышыраҡ осрай,Ҡосағына ала урмандар.Хәле бөткән һайын рухы үҫә,Барған һайын үҙе төшөнә:Яҡынайған һайын нығыраҡ тартҡанТыуған яҡтың тартыу көсөнә.Ырымбурҙың саңлы далаһы лаАртта ҡалды.Алда йылтырапҺаҡмар микән, Таналыҡмы аға -Күтәрелә тауға, юл ҡарап.Ошо, ошо Үҫәргәндәр ере!Һәр үләне ҡосоп сәләмләй.Елдәр үбә, ҡоштар шашып һайрай:Үҙ балаһы ҡайтып килгән дә!Бейек тауҙан алыҫҡа күренәЙәйрәп ятҡан йәшел йәйләүҙәр.Ошо йәйләүҙәрҙең береһендәУның яҡындары йәйләйҙәр.Ҡайтып етер юлы алып бараҠырлас тау ситтәрен буйлатып.Ошо юлдан күпме үтер тағыАтай арғымағын уйнатып.Ошо юлдан ҡышлауҙарға табанМал-тыуарҙы ҡыуып китерҙәр.Ҡанифаның шатлыҡ йәше тамғанҺуҡмаҡтарҙы тапап үтерҙәр."Ҡанифабыҙ ҡайтҡан һуҡмаҡ", тийеп,Ғорурланып, маҡтап һөйләрҙәр.Һылыу ҡыҙҙың тиңһеҙ батырлығынҠурайға ҡушылып көйләрҙәр.Сура батыр оло табын йыйҙы:Батыр, тапҡыр ҡыҙы ҡайтҡан да!Йөҙәр түгел, меңәр саҡрым ерҙәнҠайтыр юлды эҙләп тапҡан да!Үҙ тәҡдире менән килешмәйсә,Үҙһенмәйсә ҡаҙаҡ далаһын,Атай ҡаны тартып, йәнен атыпҠайтҡан уның ғәзиз балаһы.Алтын-көмөш яуып торған ерҙәнТыуған ерҙе яҡын күргән ҡыҙ.Набат һуға быуат-быуаттарға:Йәшәп булмай ерҙә Уралһыҙ!Йылға-күлле, таулы, урман-ҡырлыТыуған еребеҙҙе һаҡлағыҙ.Бер үк алданмағыҙ, аҡланмағыҙ,Сит-ят бауырҙарға һатмағыҙ!Меңәр йыллыҡ ҡанлы тарих яҙғанАҫаба халҡы беҙ был ерҙең.Мең йыл матур тарихын яҙырбыҙБашҡортостан тигән был илдең.Аҫылһа ла, киҫелһә лә бөтмәҫТыуыр илдә Сура батырҙар.Илен-ерен ятҡа тоттормайса,Берҙәм ҡалҡан булып ҡалҡырҙар.Башлыҡ-батшаларға башын эймәҫ -Булһын ғына илдә батырҙар,Ҡанифаләр ситтә түлен йәймәй,Тыуған ерен эҙләп ҡайтырҙар.Шөкөр, халҡыбыҙҙа ҡурҡыу белмәҫБашлыҡ булып торор улдар бар.Илен, телен яҡлар улдар барҙаҠанифалар ҡайтыр юлдар бар.Халҡыбыҙҙың батыр ул-ҡыҙҙарыӨлгөһөндә үҫһен киләсәк.Улар рухы ләйсән ямғыр кеүекИлен һөйөр ужым бирәсәк....Сал тарихҡа беҙҙең йәшәйештәнҠалмаһын тиһәгеҙ яманат,Илһөйәрлек рухы булһын инеКилер быуындарға аманат.Миләүшә Ҡыҙрасова
Читайте нас: