Үҙендә тәбиғәттең иҫ киткес матурлыҡтарын бергә йыйған, ҡуйынында алтын менән көмөштөң, һәр төрлө алтын таштың иҫәпһеҙ хазинаһын һаҡлаған илде, күпереп торған ҡара тупраҡлы ерҙе миллион-миллион дисәтинә булып һуҙылған, күҙ яуын алып торған матур һәм хуш еҫле сәскәләргә, ҡыҙарып бешер еләктәргә күмелгән болон һәм туғайҙары әллә ҡайҙа, алыҫҡа йәйрәгән илде беләһегеҙме? Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһәбәтле булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән ҡуйы урмандар илен күргәнегеҙ бармы? Был ил – Башҡортостан, донъяның ғәжәп бер мөйөшө!