+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Октябрь 2020, 18:00

Ҡошсоҡ сәләме

Өлкән уҡытыусыны бөгөн мәктәпкә саҡырҙылар. Күпме көттө ул ошо көндө!

Ата-бабаһы нигеҙ һалған, үҙ-үҙен белгәндән шунда йөрөп ҙурайған, ғүмере буйы онотолоп китеп эшләгән был аҡ мәктәп уға шул тиклем ҡәҙерле. Көн дә иртән уяныу менән күңеле һаман шул тауҙағы аҡ йортҡа ынтыла, дәрестәр, һәр төрлө сараларҙың ваҡыты үтеп, сәғәт киске 5-6 тулмайынса һаман да өйҙә ҡулына бер эш тә бармай. Ул йортта үҙ балалары кеүек ҡәҙерле уҡыусылары, үҙ туғандары кеүек яҡын коллегалары... Мәктәпкә саҡырылыуҙың сәбәбе лә ниндәй бит әле! Уның матур ғүмер байрамы менән ҡотларға теләйҙәр! Хәтерендә уның: күпме юбилярҙарҙы - эшләп йөрөгәндәрен, хаҡлы ялдағыларҙы матур залға, уҡыусылар алдына саҡырып ҡотланылар, рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр, хеҙмәттәрен баһалап йөрәк түрендәге һүҙҙәрҙе еткерҙеләр. Ә уҡытыусы өсөн башҡа бүләк кәрәкмәй ҙә. Һүҙ көсөн белгән кешеләр бит улар. Ихлас күңелдән әйтелгән: "Апай, һиңә ҙур рәхмәт, беҙ һинең уҡыусыларың, һинең ҡул аҫтында эшләгән коллегаларың, һинең тырыш хеҙмәтеңде онотманыҡ,"- тигән һүҙҙәр иң ҡиммәтле бүләктән дә ҡәҙерле бит ул... Бына, бөгөн ул да һағынған мәктәбенең ишектәрен асып инер. Өс тапҡыр ҡыңғырау бирелеү менән, балалар класс бүлмәләренән йүгерешеп сығырҙар ҙа, матур фойеға, тантаналы линейкаға теҙелерҙәр. Мәктәп администрацияһы уҡытыусыны хөрмәтләп уҡыусылар ҡаршыһына саҡырыр. Уның биографияһы, хеҙмәттәре, уңыштары менән таныштырыр. Мәктәптең данын район, республика кимәленә күтәргән эштәре тураһында ғорурланып һөйләр. Уҡыусыларҙы хеҙмәт кешеһенән үрнәк алырға, хөрмәт итергә саҡырыр. Профком рәйесе юбилярҙарҙы ҡотлар өсөн бүленгән әҙҙән-әҙ, күптин-күп аҡсаға алған кескенә бүләкте тапшырыр, ваҡытында ҡотлай алмай, һуңлаңҡырап киткәндәре өсөн ғәфү үтенер. Аңлап тора инде өлкән уҡытыусы, барыһын да аңлап, үтә күреп тора. Нишләһен инде, мәктәп өсөн иң ҡымғыуыт ваҡыт - уҡыу башланған ваҡытта тыуғас.Үҙе лә етәксе булды, иң беренсе мәктәптең кисектергеһеҙ эштәре, тыуған көн ҡайғылары гел дә икенсе, өсөнсө планға сығып китер ине. Шау-гөр килеп, шат йылмайып килеп торған коллегаларына нисек "Ҡуй!"- тип әйтһен, йәһәт кенә йүгереп ҡайтып өҫтәлен әҙерләр, яҡты йөҙө менән ҡаршы алыр ине. Сөкөрләшеп-көлөшөп, күккә күтәреп үҙен маҡтаған коллегаларын тыңлап күңеле үҫеп оҙатыр ине. Шөкөр, мул ваҡытта тыуған: баҡса тулы емеш, ихата тулы ҡош-ҡорт, күңел етһә, һый етә.Коллегалар ҡайтыуға туғандар, дуҫ-иштәр килерҙәр ине. Уларға ла һый әҙер. Бирешмәйәсәк ул, зарланып та тормаясаҡ, иртәгеһен иртә менән район үҙәгенә барырға кәрәклекте лә, унда алып барыр өсөн мәктәптең уҡыу планын, дәрестәр теҙмәһен, әллә күпме өҫтәмә документтарҙы бер хатаһыҙ, бөтә туҙға яҙмаған ҡанундарҙы иҫәпкә алып дөрөҫ итеп эшләргә кәрәклекте лә һөйләп тормай ул. Төн оҙон, өлгөрөр, гел өлгөрҙө...Ә хәҙер ул хаҡлы ялда! Ниндәй рәхәт нимә һуң ул “ял” тигәндәре!!!. Тәне, йәне, мейеһе ял итә. Күңеле генә шаулы аҡ йортто һағына, гөжләп торған шул умартала ҡуша гөжләгеһе килә.Һәм бына ул тыуған мәктәбендә. Бәләкәй сағында ата-әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән, тырышып-тырышып уҡыған, 30 йылдан ашыу башкөллө сумып, ҡолас ташлап эшләгән мәктәбендә! Хәҙер инде олпат ирҙәр, һылыу ҡатындар булып киткән уҡыусылары, көләс йыйырсыҡтары тәрәнәйгән коллегалары ихлас йылмайышып уның ауыҙынан сығыр тулҡынландырғыс һүҙҙәрҙе көтәләр..."Сыҡ-сыҡ-сыҡ..."- һөйөнсө һорап тәҙрә сирткән сәпсек тауышына уянып китте лә, бер килке тәмле төшөнән арына алмай ятты. Төш кенә булдымы ни... Их ... Бар инде, тор, ана бит, кескәй генә күкрәге эсендә тере йөрәге булған сыпсыҡ һине ҡотларға килгән. Ҡанатланып урынынан күтәрелде өлкән уҡытыусы... Матур төштәр ҙә ҡанат ҡуя икән кешегә, әгәр күңеле тере булһа. Миләүшә Ҡыҙрасова
Читайте нас: