+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 20:00

ЙӨРӘК ЯРАЛАРЫН НИМӘ УҢАЛТА?

Бер килке уйланғас, ир кеше өйө алдына ағастан бағана ултырта ла малайын насар ҡылығы өсөн шелтәләгән һайын шунда сөй ҡаға башлай. Күпме ваҡыт үткәндер, әлеге бағанала имен урын ҡалмай.

Ғаилә башлығы, байтаҡ ваҡытын ситтә эшләп йөрөп уҙғара ла, ҡайтҡас, улының тыңлауһыҙ булып үҫеп килгәнен аңғара. Ни эшләргә? Тәрбиә бирергә кәрәк тә ул, тик нисек?..Бер килке уйланғас, ир кеше өйө алдына ағастан бағана ултырта ла малайын насар ҡылығы өсөн шелтәләгән һайын шунда сөй ҡаға башлай. Күпме ваҡыт үткәндер, әлеге бағанала имен урын ҡалмай. Быны күргәс, малай ныҡ уйлана, холҡона иғтибарлыраҡ булырға ҡарар итә. Ата-әсәһе менән күркәм мөнәсәбәттә булырға, уларға ярҙамлашырға, ҡушҡандарын үтәргә тырыша. Ғаилә башлығы шул саҡ улының һәр яҡшы эше өсөн бер сөйҙө һурып алырға керешә. Уныһы иһә, дәртләнеп китеп, күберәк изгелек ҡылырға атлыға....Бына бағананан һуңғы сөй һурып алына. Тик малай, ҡыуанаһы урынға, үкһеп илеп ебәрмәһенме!– Бәй, нимә булды һиңә, улым? – тип аптырай атаһы.– Сөйҙәр сығып бөттө лә ул, ә тишектәре барыбер ҡалды... Әлбиттә, тәүбәгә килеү, Аллаһтан ярлыҡау һорау һәм Раббыбыҙ ҡушҡанса йәшәй башлау кешене бөтә гонаһтарынан арындыра. Был малайҙың да йөрәгендәге йәрәхәттәре тора-бара уңалғандыр, тип фаразлайыҡ. Ә күпме кеше был донъяла, аҙып-туҙып йөрөп, ғүмеренең ахыры еткәнсе насар ҡылыҡтары өсөн үкенергә лә өлгөрмәй!..
Сығанаҡ - ИМАНЫ НЫҠТЫҢ - МИЛЛӘТЕ НЫҠ
Читайте нас: