-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 11:15

ОКТЯБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

* 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ;* 1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа – ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа – йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр;* 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә,

иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк;
* йылы октябрь – һалҡын ҡышҡа;
* октябрь башында ҡайын япраҡтары әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр;
* ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер;
* ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр;
* урманда миләш күп булһа – көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер;
* 1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ;
* ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер;
* октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр;
* көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Читайте нас в