-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 17:00

“БАШҠОРТТАР ҮТКƏНДƏГЕ ИРЕКЛЕ ТОРМОШОН ҺАҒЫНЫП ҺӨЙЛƏЙ…”

1898 ЙЫЛДА ФРАНЦИЯНАН КИЛГƏН ҠУНАҠ – ПОЛЬ ЛАББЕ ЯҘМАЛАРЫНАН

Поль Лаббе — (23 ғинуар 1867 йыл — 13 ғинуар 1943 йыл), француз сәйәхәтсеһе, географ, этнограф, лингвист. Юридик факультетта һәм Шәреҡ телдәре мәктәбендә белем ала. Уның телдәргә ғәҙәттән тыш һәләттәрен күреп, бер уҡытыусыһы урыҫ телен өйрәнергә кәңәш итә. Был уға 1896 йылда Рәсәйгә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирә лә инде. Поль Лаббе Уралды һәм Волга буйын өйрәнеүсе булараҡ ҡына билдәле түгел. Ул Себерҙә, Төркөстанда, Ҡаҙағстанда, Сахалинда Монголияла, Манчурияла ла булған. Уның юлъяҙмалары европалылар өсөн асышҡа әүерелә. Рәсәйҙең Азия өлөшө географияһы һәм этнографияһы, башлыса, уның өйрәнеүҙәре аша донъяға таныла. “Маҡар һəм Иҫке Һəйет ауылдары (хəҙерге Ишембай районы) араһында биш тау бар. Тəүге икəүһе айырыуса ҙур. Башҡорттар уларҙы Ала-тау һəм Бик-тау тип атай. Алатауға менеү бигерəк тə ауыр бирелə. Уның аша ташлы текə һуҡмаҡ үтə, юлды өҫтө-өҫтөнə ауып бер-береһе менəн сыуалышып бөткəн ағастар быуа. Беҙгə ҡайһы берҙə балта тотоп юлдағы кəртəлəрҙе йырып сығырға тура килде; шунда ҡыуаҡлыҡтар араһынан ҡапыл ҡырағай ҡоштар осоп китə; ауҙарылған ағастар юлға арҡыры ятҡан, ҡайһы берҙəре яртылаш яндырылған, сөнки башҡорттар юлда саҡта ағасты эстəн яндырып, шунда ғына ла аҙыҡ əҙерлəй, янғын сығып китер тип уйламай ҙа. Йыш ҡына эре ағастарҙың олононда бысаҡ һəм балта ярҙамында соҡоп яһалған формаһыҙ, тупаҫ тупһалар ҙа күҙгə салынды; ундай ағастарҙа ерҙəн 20 метр самаһы бейеклектə солоҡ умартаһы йəшеренгəн. Алтмыш саҡрым үткəндəн һуң Оло Шешəнəк үҙəненə килеп еттем, унда юл тотҡанда тау башҡорттарының йəйге тораҡтарына туҡталдым. Оло Шешəнəк үҙəнендə йəйгеһен кешеһеҙ ҡалған Иҫке Һəйет ауылы урынлашҡан, көньяғында — хозур тəбиғəтле Ямантау”. Лаббе әлеге Белорет районында урынлашҡан Өмөтбай ауылына юл тотҡан. “Был урындарҙа тауҙар ҡарағай урмандар менән ҡапланған, ә ауылдар уларға нигеҙ һалыусыларҙың исемен йөрөтә”, — ти ул. Был ауылдарҙа, ғалим, ниһайәт, үҙен бик ныҡ ҡыҙыҡһындырған башҡорт мәҙәниәте донъяһына сума ала. Ул башҡорттарҙы “бында тәүгеләрҙән булып күсеп килгән халыҡ” тип уйлаған. “Бәлки, улар – Геродот фекере буйынса, һунар менән йәшәгән һәм йылына бер тапҡыр бүрегә әүерелгән массагеттар тоҡомонандыр”, — тип тә фаразлаған. “Ҡасандыр күсмә халыҡ булған, хәҙер иһә ер эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Башҡорттар дошман һөжүменә әллә ни бирешмәгән, төрлө баҫымдар уларҙың тормошона йоғонто яһамай ғына үтеп киткән. Улар, ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы булараҡтыр, күрәһең, цивилизацияға ла бирелмәгән, хатта хәрби ҡатламға әүерелгәс тә, рус телен ятлап алыуҙы мөһим тип тапмағандар, үҙ телдәренә тоғро ҡалғандар. Башҡорттар – монотеистар. Уларҙың фекеренсә, бер үк ваҡытта күктәрҙә лә, ерҙә лә булған бер генә Аллаһ бар. Аллаһы Тәғәлә бөтөн ерҙә лә бер бөтөн, барлыҡ диндәр ҙә бер тиң, бер-береһенән изге китаптар буйынса ғына айырыла”. Ғалим тиҙ арала башҡорттарҙың күңелен яулай. “Тау башҡорттары мине һәр саҡ йылы ҡабул итте, уларға һарыҡ һатып алам да, уны һуйып, тотош ауыл өсөн байрам ойошторам. Улар ябай, кешегә ышанып барыусан, нимәләре бар, шуны тәҡдим иткән ҡунаҡсыл заттар”. Лаббе ҡыҙыҡлы тойолған бөтә күренештәрҙе лә теркәп барырға тырышҡан. Ул йыш ҡына фотоаппарат та ҡуллана. Башҡорт ир-аттары, камера алдында ҡалтыранып төшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, һәр саҡ төрлөсә ҡыланып, төрлө ҡиәфәткә инеп күрһәтергә әҙер булған. Башҡорттар берәй ҡунаҡ килеүен шәйләп ҡалһа, шунда уҡ үҙҙәренә ҡымыҙ эсергә саҡыра башлай. Сөнки яңы кеше пәйҙә булыуы – улар өсөн үҙенә күрә бер күңел асыу сараһы”. Көндөҙ юлаусыға һунар итергә мөмкинлек бирәләр, уға йырҙар йырлап ишеттерәләр, ҡунаҡтың күңелен күрер өсөн бер-береһе менән көрәшеп тә алалар. Кискеһен, күктә йондоҙҙар ҡабынғас, сәйәхәтсе йәйләүҙә ҡарттар менән ҡымыҙ эсә-эсә, ҡурай һәм ҡумыҙ оҙатыуында уларҙың шул мәлдә тыуған йырҙарын һәм хикәйәттәрен тыңлаған. ”Улар бигерәк тә үҙҙәренең үткәне тураһында һағышланып хәтерләргә әүәҫ, кис һайын үҙем янында ауыл халҡын йыйып алам да аҡһаҡалдарынан йәшлектәрен бәйән итеүҙәрен һорайым, улар үҙҙәренең ата-бабаларының боронғо күңел асыуҙары – ат сабыштары, бүрегә һунар итеүҙәре (уларҙы ат менән тегеләр хәлдән тайғансы ҡыуалап йөрөтәләр икән), йоҙроҡтарында ултырған ыласын менән ҡош аулауҙары хаҡында һөйләй башлайҙар. Серле дала алдындағы кейеҙҙән яһалған ҡыуыш янында йәйге кистәрҙә шуларҙы һөйләй улар. Әлеге йәштәр белмәгән, күрмәгән элекке ирекле тормоштары хаҡында һөйләгәндә йөҙҙәре һағышлана ине ҡарттарҙың”. Лаббе, бер нисә аҡһаҡалдың ата-бабалары “алыҫ ҡырағай илгә“ китеүе, унда үлән һәм итектәренең табаны менән туҡланырға мәжбүр булыуы хаҡында ишеткәс, һүҙһеҙ ҡала. Бында 1815 йыл хаҡында һүҙ бара. “Башҡорттар хәтеренә төшөрә алмаған алыҫ ҡырағай ил минең Франциям була”, – тип яҙа ул.
Читайте нас в