+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 19:00

Нисек һәр саҡ позитив булырға?

Йоҡлағанда ғына позитив түгел Шәһит Хамматовтан кәңәш:

– Мин дә гел позитив түгел, йоҡлағанда, мәҫәлән ☺. Әлбиттә, видеоларҙа – һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә. Позитив булыу өсөн шөкөр итеп йәшәү кәрәктер, һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Аяҡ-ҡулым бар, кемдәндер нимәлер көтөп ултырмайым. Иң яратҡан һүҙҙәрем – “Мыжымаҫҡа, зарланмаҫҡа!”
Һәм миллиматбуғатты, “Тамаша”ны уҡырға! Бер мәл барыһы ла интернеттан сығышмай ине, ICQ, “Бәйләнештә” селтәрҙәре барлыҡҡа килгән саҡта айырыуса, әммә уның әһәмиәте юғала бара, халыҡ яңынан гәзит-журнал уҡый башланы. Театрҙарҙа ла шундай уҡ хәл, кешеләр рухи аҙыҡҡа сарсаған.
Читайте нас: