Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған һәм ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында ( Өфө ҡалаһы янында) башланған, тип уйлағандар.Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә.”Урал батыр” ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Был турала “ Урал батыр” эпосында ла әйтелә Ағиҙел түгел, ә Уралдың оло улы Иҙелдең исеме менән бәйләй уның килеп сығышын халыҡ “ ҡамыштары ҡама менән ҡапланға оло йылғаға килеп баҫа Иҙел, артына әйләнеп ҡараһа уның аяҡ эҙҙәре буйлап аҡ һыулы йылға ағып килә икән”. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән исеме башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала.