+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2020, 20:03

“Мәҙәк итеп ҡарап торҙом Кескәй генә ҡырмыҫҡаға…”

Кеше үҙен планетаның берҙән-бер хужаһы тип һанай. Ер шарының бөтөн ҡитғаларында ла миллионлаған халыҡ йәшәгән мегаполистар бар. Автомагистралдәр һәм тимер юлдар Ер йөҙөн селтәр һымаҡ ҡаплап алған. Баҫыуҙар, ауыл хужалығы фермалары халыҡты ризыҡ менән тәьмин итә. Әммә бындай мегаполистар кешегә ҡәҙәр миллион йылдар элек үк булған:

Имеш, төҙөүселәре – ҡырмыҫҡа тигән кескәй генә бөжәктәр. Әлбиттә, уларҙың йорттары, юлдары, хужалыҡтарының ҙурлығы кешеләрҙеке менән сағыштырырлыҡ түгел. Ҡырмыҫҡа йәмғиәте үҙе лә бүтән төрлө закондар буйынса төҙөлә, уларҙың психологияһы ла кешенекенән айырыла. Әммә аҡыл яғынан ҡырмыҫҡа кешенән ҡалышмай. Бына, мәҫәлән, ауыл хужалығын ойоштороуҙы ғына алайыҡ. Ҡырмыҫҡа “йорт хайуаны” итеп кебләне (үлән бетен) файҙалана икән. “Көтөүсе” ҡырмыҫҡалар кебләне көтә, “һауа”, бер ҡыуаҡтан икенсе ҡыуаҡҡа ҡыуа, йыртҡыс бөжәктәрҙән һаҡлай. Ҡайһы саҡта улар өсөн “аҙбарҙар” ҙа төҙөй. Немец ғалимдары иҫәпләп сығарыуынса, кебләнән “һауыла” торған баллы шыйыҡса ерән ҡырмыҫҡа ризығының 60 процентын тәшкил итә. Кеше кеүек үк, ҡырмыҫҡалар ҙа “ит”тән баш тартмай. “Ит”те ауҙа йәки үлгән бөжәктәрҙе йыйып ҡына түгел, хатта махсус үрсетеп тә табалар. Ҡырмыҫҡа ояларында “деликатестар”: себен, үрмәксе һәм башҡа бөжәк ҡарышлауыҡтары үҫтерелә. Новосибирск ғалимдары Ж. Резникова һәм Б. Рябко үткәргән тәжрибәләр ҙә ҡырмыҫҡаның “башлы” икәнлеген раҫлай. Мәҫәлән, улар төрлө арауыҡты еңел үтә, ризыҡ янына илтеүсе юлдағы 64 боролошто иҫендә ҡалдыра һәм быны иптәштәренә теүәл итеп аңлатып та бирә. Ҡырмыҫҡа йәмғиәтендә социаль система ла бар. Фин ғалимдары ДНК ҡулланып уҙғарған тәжрибәләрҙән мәғлүм булыуынса, туғанлыҡ ептәре “батшабикә”нән йырағыраҡ булған һайын, ҡырмыҫҡалар ҙа уның тирәһенән алыҫыраҡ тора. Ә яҡын туғандар, киреһенсә, “батшабикә” тирәһендәге эштәрҙе эшләй. Ҡырмыҫҡаларҙың айырым төрҙәре араһында рәхимһеҙ һуғыштар булғылап тора. XVII-XVIII быуаттарҙағы кешелек йәмғиәтендәге ише, ҡолдар табыу өсөн бара торған һуғыштар. Амазонкалар тип аталған ҡырмыҫҡалар үтә ҡанһыҙ. Уларҙың “ҡалаларында” башҡа төр ҡырмыҫҡалар кеүек эшселәр юҡ – бары һуғышсылар ғына. Шуға күрә амазонкаларҙы ашатып тороу өсөн ҡолдар кәрәк. Разведка яҡын-тирәлә ябай ҡырмыҫҡа ояларын табыуы тураһында хәбәр итеү менән, амазонкалар армияһы шунда уҡ һөжүмгә ташлана. Тығыҙ колонналарға теҙелеп, сит ояға бәреп инәләр ҙә, йомортҡа һәм ҙур ҡарышлауыҡтарҙы алып китәләр. Шунан һуң быларҙан ҡолдар тәрбиәләп, һәр төрлө эштәрен башҡарталар. Ғалим һәм публицист А. Белов раҫлауынса, ҡырмыҫҡаларҙың ҡайһы бер төрҙәре йомортҡа һәм ҡарышлауыҡтар менән мәшәҡәтләнмәйенсә, балаларын алып китә икән – сөнки уларҙан ҡол яһау өсөн күп ваҡыт талап ителмәй.Ҡырмыҫҡалар араһында социаль конфликттар, хатта баш күтәреүҙәр ҙә була, имеш. Әйтәйек, ғалимдар күпмелер ваҡыт ҡырмыҫҡаларҙы билдәле ваҡытта ашатҡан һәм бер көндө, тейешле сәғәттә ризыҡты ҡуйып, разведчик ҡырмыҫҡалар был турала ояға хәбәр иткәс, уны кире алған. Тотош оя демонстрацияға сыҡҡан. Ҡырмыҫҡалар ғалимдар уҙғарған тәжрибәләргә бойкот ойошторған. Протест өс көн дауам иткән. Шунан һуң ғына конфликт яйға һалынған.
Читайте нас: