+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2020, 12:00

ФАЙҘАҺЫНАН ЗАРАРЫ КҮП БУЛҺА...

Рәсәйҙә һатылған тоҙло, маринадлы ҡыярҙың 80-85 проценты Һиндостандан һәм Вьетнамдан килә икән.

Этикеткаларҙа ҡыярҙың сит сығышы бик һирәк күрһәтелә, улар башлыса Рәсәйҙә етештерелгән тип яҙыла. 6 сантимерға тиклемге ваҡ ҡыярҙар һис шикһеҙ ситтеке, сөнки ундай ҡыярҙы йыя торған техника юҡ. Һиндостанда иһә арзан эшсе ҡулдар бик күп. Таң атыу менән эшселәр ҡыяр плантацияларына ябырыла һәм ваҡ ҡыярҙарҙы йыйып сыға. Һиндостанда ҡыяр йыл әйләнәһенә уңыш бирә. Үҙҙәре тоҙло-маринадлы ҡыярҙы ҡулланмай тиерлек. Бөтә продукция Рәсәйгә (иң күбен ул ала), Америка, Европа илдәренә оҙатыла.
Йыйылған ҡыярҙы пластик мискәләргә ауҙаралар һәм өҫтөнә ҡуйы һеркә (уксус) кислотаһы иретмәһе ҡоялар. Был ике аҙналап ултыра, шунан мискәләрҙе һатып алыусыға оҙаталар. Рәсәйгә ҡыяр уртаса бер айҙа килеп етә. Ҡыярҙар һелтелә ағарып, йомшарып бөтә, бында уларҙы һыуҙа йыуалар, шунан буяуға һалып йәшәртәләр, кальций хлоридына һалып, шығырҙап торған ҡатҡылға әйләндерәләр, шунан ҡыярҙы банкаларға тултыралар һәм, тәмләткестәр һалып, көсһөҙ рассол ҡоялар.
Банкаға йәбештерелгән этикеткаларға етештереүселәрҙең күбеһе Рәсәйҙә эшләнгән тип яҙа.
Бындай ҡыярҙың бер файҙаһы ла ҡалмай. Моғайын, ул һеркә кислотаһы һеңдереп, башҡа химикаттар ҡулланылып, зыянлыға әйләнәлер. Роскачество ул тиклемен тикшермәгән шикелле.
#ЫсынмыРизыҡ
Читайте нас: