+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2020, 00:00

МЕХЕНДИ

Мехенди сәнғәте ауырҙарҙан һанала, сөнки рәссам төрлө яҡтан үҫешкән булырға тейеш:

Һүрәтте төшөргәндә ҡулланылған буяу – хна. Уны хин ағасы япраҡтарынан (латин телендә Лавсония тип атала) эшләйҙәр. Хин ағасы тик Судан, Мысыр, Һиндостан кеүек эҫе һәм ҡоро климатлы илдәрҙә үҫә. Хна гипоаллерген (аллергия тыуҙырмай), тәбиғи һанала. Мехенди – хна менән тәнгә һүрәт яһау ысулы.Ҡайһы берҙәр мехендиҙы (йәки “менди”, “мехнди”) Һиндостанда барлыҡҡа килгән тип уйлай. Икенселәре унда тик 12-се быуатта ғына барып эләккән тигән уйҙа. Әммә иң дөрөҫө шул – мехендиҙың тарихы Боронғо Мысырҙа башлана. Фирғәүендәрҙе мумия итеп эшләгән саҡта уларҙың табандарын, ҡул суҡтарын косметик сара итеп буяғандар. Имеш, был һүрәттәр теге донъяға еңел керергә ярҙам итә.Мехенди сәнғәте ауырҙарҙан һанала, сөнки рәссам төрлө яҡтан үҫешкән булырға тейеш. Хнаны баҙарҙа алырға ла мөмкин, ә ысын һөнәрселәр буяуҙы үҙҙәре яһай. Һүрәт тәндә оҙағыраҡ торһон өсөн һәр береһенең үҙ сере бар. Ҡайһы бер кешеләр лимон һуты, эвкалипт майы, ҡара ҡәһүә, сәй өҫтәй. Мехенди иң оҙағы дүрт аҙнаға тиклем һаҡлана. Мехендиҙы төрлө байрамдарға төшөрәләр – ҡайһы саҡта хатта дини йолаларҙа ул иң мөһиме була. Һиндостанда, мәҫәлән, бер туй ҙа мехенди церемонияһынан башҡа үтмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар туй көнө алдынан да бер-береһенә матур, төрлө мехенди төшөрә. Һүрәт яҡшыраҡ, матурыраҡ булған һайын йәштәрҙең тормошо ла бәхетлерәк була тигән юрау бар икән. Мехендиҙы төшөрөү ваҡыты оҙаҡ булғанға, йәш ҡыҙға – киленгә – был ваҡытта өй ҡарау, балалар тәрбиәләү кеүек кәңәштәр биреп тә өлгөрәләр. Әммә туйҙан һуң тәндән һүрәт тулыһынса юйылып бөтмәйенсә йәш килен бер ниндәй эш атҡарырға тейеш түгел. Бөгөн мехенди йәштәрҙең биҙәүес, мода аксессуары һанала.
Читайте нас: