Йәшелсә-емештәрҙе матур итеп ҡырҡып биҙәү сәнғәте Карвинг тип атала. Инглиз теленән тәржемә иткәндә – “ҡырҡыу, киҫеү” тигәнде аңлата. Ағас, боҙ һәм ташта ла биҙәктәр уйыу – карвингтың бер төрө. Йәшелсә-емештәргә биҙәктәр төшөрөү сәнғәте боронғо һанала һәм ул Көнсығыш илдәрендә барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр 2 мең йыл самаһы элек Ҡытайҙа, ә һуңынан Таиландта тарала.