+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 20:31

ҠУЙСЫ ӘЛЕ, ӘХИРӘТТӘР!!!

ҠУЙСЫ ӘЛЕ, ӘХИРӘТТӘР!!!

Ҡуйсы әле, әхирәттәр, Көҙ тиеп уфтанмайыҡ.Беҙ һеҙҙең менән көләкәс,Сыуаҡ көҙҙәргә лайыҡ.
Көҙҙәрҙең бай-мул ҡаҙнаһыБеҙҙең өлөшкә яҙған:Ағастарҙан ергә - алтын,Сәстәргә көмөш яуған.
Көҙгө тәмле емештәрҙеБеҙгә насип тәмләргә.Көҙгө сағыу сәскә булыпБеҙгә донъя йәмләргә!
Көҙҙәрҙең сәскәләре ләҺалҡындарға түҙемле.Утҡа-һыуға бирешмәгәнБеҙ булабыҙ түгелме?
Һүрән ҡояшлы көҙҙәрҙәйБулһаҡ та һалҡыныраҡ.Яҙҙарҙан да, йәйҙәрҙән дәБеҙ хәҙер аҡыллыраҡ.
Сәскәләр ҙә булып аттыҡ,Япраҡҡа ла төрөндөк.Емеш биргән ағас хаҡыБөйөклөгөн дә белдек...
Емештәребеҙ емешенТәмләп һөйөр мәлебеҙ!Сыуаҡ көҙҙәргә һөйөнөп,Гөрләп йәшәйексе беҙ!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: