- Фәҡирҙәрҙе (аҙыҡҡа мохтаж булғандарҙы) ашатыу һәм бар таныш булған һәм таныш булмаған кешеләргә лә сәләм биреү! – тип яуаплаған ул.
Сәләм биреү – фарыз, алыу – сөннәт! “Кемдер һеҙгә сәләм бирә икән, үҙенән дә яҡшыраҡ итеп сәләмләгеҙ, йәки шундай уҡ сәләм менән яуап бирегеҙ. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәне иҫәпләп тора!” (“ән-Ниса” сүрәһе, 86-сы аят).
Был – Ислам динебеҙҙәге күркәм сәләмләү һүҙҙәре. Сәләм һүҙе (ғәрәп телендә) – тыныслыҡ, именлек тигәнде аңлата. Йәғни:
- Именлек теләйем (әссәләмәғәләйкүм)! тигәнгә:
- Һиңә лә именлек теләйем (вәғәләйкүмәссәләм)! Тип яуап бирәләр.