-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 16:00

- Ниңә улай бойоҡ ҡына ултыраһың?

- Ултыр яныма, аңлатам. - Ултырҙым. Һөйлә. - Эш шунда: эскәмйә буялған.Ултырғас инде, тағы бер нисә көләмәс уҡып, күңелдәрҙе күтәреп алайыҡ:

Артурҙың мәктәптән ҡайтып инеүе була, атаһы менән әсәһе бер тауыштан: - Шунан, нисә алдың бөгөн? - Дүрт!!! - Ә ниңә биш түгел?! - Һуң, бөгөн бит дүрт кенә дәрес булды...
Ике иҫәр һөйләшә: - Әйҙә, мин һинең башыңа ҡаҙаҡ ҡағайым әле? - Эйе шул, ҡаҙаҡҡа һуғам, тип башҡа һуғырһың тағы...
Ялҡау юлда барғанда йығыла. Тороп бер аҙ атлағас, абынып тағы барып төшкән. Шунан һуң: - Икенсе тапҡыр йығылырымды белһәм, бая уҡ тормаған булыр инем, - тигән.
Йүләрҙәр йортонда өс йүләр бер карауатҡа менеп ятҡан да урындың тығыҙлығына ҡәнәғәт булмай ята, ти. Ята торғас, береһе түҙмәй, мендәрен ала ла, иҙәнгә төшөп ята. Икенсеһе быны күреп: - Эй, тиҙерәк менеп ят, бында урын иркенәйеп китте!
Читайте нас: