+14 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 20:00

ЙӨРӘКТАУ

Риүәйәт буйынса, егет кеше ҡыҙына һөйөүен белдергәс, уныһы, батырҙың хистәрен һынар өсөн уға былай тигән:

Шихандар тигәндә, беҙ иң тәүҙә Торатауҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Дөрөҫ, ул матбуғатта йышыраҡ иҫкә алына. Ә бит улар өсәү! Өфөнән Стәрле юлынан барғанда иң беренсе осрағаны – Йөрәктау. 338 метр бейеклектә, оҙонлоғо бер саҡрым, киңлеге 850 метрлыҡ был аҡбур тауы Ағиҙелдең уң ярында ултыра. Янында Муҡшы күле бар. Бер яғынан Ағиҙел, икенсе яғынан күл ҡаймалаған, ике түбәле ап-аҡ тау шундай һоҡланғыс.
Риүәйәт буйынса, егет кеше ҡыҙына һөйөүен белдергәс, уныһы, батырҙың хистәрен һынар өсөн уға былай тигән: “Әгәр мине ысынлап яратһаң, һин миңә әсәйеңдең йөрәген алып кил!..” Ғашиҡ егет әсәһенең йөрәген һурып алып, һөйгәненә алып киткән. Әммә юлда абынып, уны төшөрөп ебәргән. “Берәй ерең ауыртманымы, балам?” – тип һораған, ти, шул саҡта үлеп барған Әсә йөрәге...
Ана шулай барлыҡҡа килгән, тиҙәр, бында Йөрәктау. Ә тарих буйынса, бында 1707 йылда Күсем Түләкәев етәкселегендәге башҡорт ғәскәре менән Ҡаҙандан ебәрелгән батша ғәскәре араһында бәрелештәр була. Баш күтәреүселәр еңә, батша ғәскәре Табын заводына ҡаса.
Бына шундай тарих һаҡлай 230 миллион йәшлек Йөрәктау.
Читайте нас в