+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2020, 22:30

Мигинго утрауы

Ҙурлығы - 2 мең кв. метр (футбол яланының яртыһы тиклем). Шунда 500 кеше йәшәй. Донъяла халҡының урынлашыу тығыҙлығы буйынса беренсе урында был утрау. Тирә-яғында крокодилдар

мыжғып тора. Бәләкәс кенә был утрау Африкалағы Виктория күлендә урынлашҡан. Ҙурлығы - 2 мең кв. метр (футбол яланының яртыһы тиклем). Шунда 500 кеше йәшәй. Донъяла халҡының урынлашыу тығыҙлығы буйынса беренсе урында тора. Тәүге күскенселәр 1991 йылда төйәкләнгән. Әле мәсет, сиркәү, барханалар эшләй. Халҡы балыҡ тотоу менән шөғөлләнә. ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Нил алабуғаһы селбәрәләрен күсергән булғандар икән. Был балыҡ хәҙер бик ныҡ үрсеп киткән. Ауға эләккән балыҡтар 9-ҙан 20 кг тиклем тарта. Балыҡ яҡшы һатыла. Мигинго тирәһендә бигерәк күп эләгә. Бер балыҡсы аҙнаһына 300 долларға тиклем аҡса эшләй. Шуға бында эләгергә теләүселәр бик күп.
Мигинго балыҡсылары һалымды Кенияға ла, Угандаға ла түләй, утрау бәхәсле булып, ҡайһыһына ҡарағаны һаман асыҡланмай, сөнки был ике ил уны тыныс ҡына бүлешә алмай. Хатта бер заман араларында һуғыш та сыҡҡан.
Мигинго эргәһендә Усинго тигән ҙур утрау бар, тик унда ерле халыҡтан бер кем аяҡ та баҫмай, сөнки Мигингоның эйәләре шунда күскән тип иҫәпләй.
Туристарҙы ҡыуанып көтөп тормайҙар, әлбиттә. Эләгеү ҙә анһат түгел - рөхсәтте Кениянан да, Уганданан да алырға кәрәк.
Читайте нас: