-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Сентябрь 2020, 12:00

УҠ ҺӘМ ЙӘЙӘ

Маҡсатыңа ирешәйем тиһәң:

Бер уҡытыусы үҙенең уҡыусыларын уҡтан атырға өйрәтә икән. Дәресте бөтәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай. Тәжрибә үткәрер ваҡыт еткәс, уҡыусыларҙың береһе үҙенә йәйә һәм ике уҡ һайлай ҙа, сәпкә тейҙерергә тырышып, тоҫҡарға керешә. Әлеге хәлде ситтән генә күҙәтеп торған уҡытыусы егет янына килеп, бер уғын тартып ала ла ситкә ырғыта. Аптыраған уҡыусы:
– Минең икенсе уғым һеҙгә ҡамасауланымы әллә? – тип һорай.
– Был һинең икенсе уғың түгел, ә беренсеһе, – тип яуаплай уҡытыусы. – Уның һиңә кәрәге юҡ, сөнки ул барыбер сәпкә теймәҫ ине.
– Нисек теймәҫ ине? Һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ? – ти сәмләнгән егет.
– Әгәр ҙә кеше үҙенең ике мөмкинлеге барлығын белә икән, ул бер ҡасан да билдәләнгән маҡсатына етә алмаясаҡ, – тип аңлатҡан уҡытыусы.
Читайте нас: