-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентябрь 2020, 10:15

Күлдәктәрең матур, кемдәр теккән...

Туйҙарҙа бер матур йола бар – “Инә туны, ата туны кейҙереү” тигән. Ошо йоланы үтәп, ҡоҙалар бер-береһенә милли кейем бүләк итһә, ҡайһындай ҙа шәп булыр ине. Шул йоланы тергеҙгем килә...

Күҙ алдына килтерегеҙ: урамда ла, өйҙә лә, ҡунаҡта ла барыбыҙ ҙа матур, тыйнаҡ ҡына милли кейемдәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар балитәкле күлдәктәр, камзул-еләндәр кейеп, яулыҡ ябынған, ә ир-егеттәрҙә- түбәтәй, кәзекәйҙәр... Ниндәй матур күренеш, шулай бит. Беҙ хәҙер күп осраҡта байрам милли кейемдәрен күрәбеҙ. Ә көндәлек кейә торған милли кейемдәр бик күренмәй. Бына ошо бушлыҡты тултырыр өсөн оҫта ҡуллы башҡорт ҡыҙы Гөлфирә Һөйөшева https://vk.com/wall257735825_1649?reply=1657&thre.. көндәлек кейем - милли күлдәктәр тегә башлай.Ошо турала Гөлфирә һылыуҡай менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.- Башҡорт милли кейемдәре бик матур һәм күп төрлө - байрам һәм йола кейемдәре бар. Уларҙы сәхнәлә, төрлө байрам сараларында кейәләр. Шуның өсөн дә сағыу төҫтәге туҡымалар, тәңкә, сигеү, аппликациялар менән биҙәйҙәр. Ә көндәлек кейемдәр тегергә тотоноуға нимә этәргес булды?- Мин Һаҡмар һыуын эсеп үҫтем, Баймаҡ районы, Таһир ауылы ҡыҙымын. Һөнәрем буйынса - уҡытыусы, юрист. Бала саҡтан уҡ, халҡым яҙмышы өсөн борсолоп, илһөйәр булып үҫтем. Баймаҡ районында башҡорт йәштәре иттифағын етәкләнем. Үҙем дингә килгәс, магазин асып ебәрҙем һәм дини, милли кейемдәр һата башланым.- Ни өсөн милли кейемгә өҫтөнлөк бирергә булдың?- Милли кейем - тышҡы биҙәлеш кенә түгел. Ул халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген генә сағылдырып ҡалмай, рухи күтәрелешкә, тамырҙарың менән ғорурланыу уятыуға этәргес булып тора. Шуға күрә башҡорт кейемдәрен сәхнә кейеме итеп кенә түгел, көндәлек кейерлек итеп, көнитмешкә индергем килә. Ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа кейһен ине... Бына, мәҫәлән, туйҙарҙа бер матур йола бар – “Инә туны, ата туны кейҙереү” тигән. Ошо йоланы үтәп, ҡоҙалар бер-береһенә милли кейем бүләк итһә, ҡайһындай ҙа шәп булыр ине. Шул йоланы тергеҙгем килә.
- Кейем тегеү өсөн ниндәй туҡымалар ҡулланаһығыҙ?- Милли кейем тегеү өсөн буҫтау, кейеҙ, ситтән килтерелгән ебәк һәм кизе мамыҡ туҡымалар (бәрхәт, барса, ситса һ.б.) ҡулланылған. Уны биҙәкләү өсөн аппликация, сигеү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең башҡа төрҙәрен файҙаланғандар. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек кейеме нигеҙен мул итеп беселгән, тура еңле оҙон күлдәк тәшкил иткән. Ҡатын-ҡыҙ күлдәге тотош (итәк осона тар йәки киң ҡатмар ҡуйып) йәки өҙөк билле итеп беселгән (итәге бил йәки янбаш тапҡырында ҡушылған), ултырма яғалы булған. Иҙеүен, еңен, итәк остарын сигеү һәм төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәгәндәр.Мин күпселек штапель туҡыманан тегәм. Сит ил туҡымаһы, еңел, төҫө уңмай. Күлдәктәрҙе һатып алып кейгән кешеләр, Өфө артистары, был кейемдәрҙе әйләнгән һайын үтекләп торорға кәрәкмәй, тип ҡыуанып кейәләр.- Көндәлек өҫкө кейем төрҙәренә бишмәт, елән, кәзәкей, камзул һәм сәкмән дә ингән. Уларҙы тегеп һатырға уйламайһыңмы?- Эйе, киләсәктә камзул, елән, сәкмән кеүек әйберҙәр тегергә тигән ниәт бар, иншаАллаһ. Көндәлек милли күлдәктәр осһоҙ булырға тейеш тип уйлайым, шуға күрә магазинымдағы кейемдәр ҡиммәт түгел, хаҡтары һатып алырлыҡ ҡына. Сибай ҡалаһында, “Имран” магазинында (Таусылар проспекты, 20 һанлы йорт) был кейемдәрҙе ала алаһығыҙ.- Гөлфирә һылыуға матур башланғысында, изге эшендә уңыштар теләйбеҙ. Милли кейемдәр көнитмешебеҙҙә ныҡлы урын алып, тормошобоҙҙо йәмләр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: