Әйенселәү (ҡайһы яҡтарҙа уны “әйселәү”, “байрамсылау” һ.б. тип тә әйтәләр) – башҡорт халҡының бик борондан килгән йолаһы. Уның тамырҙары исламға тиклемге осорҙарға барып тоташа. Артабан ул ислам дине йолалары менән бергә уҡмашып, Ураҙа һәм Ҡорбан айыты, йәғни байрамы көнө балалар борон-борондан, тоҡсай тотоп, өйҙән-өйгә йөрөп, әйенселәгән. Өй һайын ололар уларҙың тоҡсайҙарына тәм-том, ризыҡ-тәғәм һалып сығарған.
Ул йола бүтән төрки халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, күренекле фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов 1958-1961 йылдарҙа Төркмәнстанда хеҙмәт иткәнендә, Теджин ҡалаһында Ҡорбан байрамында бәләкәй балалар менән бергә армияға алыныр йәшкә еткән егеттәрҙең дә әйенселәп йөрөгәнен күреп, хайран ҡала. Баҡтиһәң, уларҙа әле өйләнмәгән егеттәрҙең дә шулай йола башҡарып йөрөүе хилаф һаналмай икән.