+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 15:00

"Ҡулдарым эшләй, күңелем йырлай"

"Бәйләгән эштәремдең иҫәбен дә белмәйем. Был шөғөлөм үҙемә бик оҡшай, ҡулдарым эшләй, күңелем йырлай, был мауыҡтырғыс шөғөл күңел өсөн булһа ла, оло тормош юлында бик кәрәге тейәсәк, - ти уңған, аҡыллы, сибәр ҡыҙ Гүзәл.

Һеҙгә ҡарап йылмайған ҡыҙ, ҡәҙерле дуҫтар, Сирғол ауылынан Аҙнағолова Гүзәл Фәнил ҡыҙы булыр. Гүзәл 5-се кластан уҡ ырғаҡ менән бәйләй башлай. Кесе туғандарына, яҡындарына матур пинеткалар, тапочкалар, мунса кәрәк- яраҡтары һәм башҡа үҙ ҡулдары менән бәйләгән әйберҙәрен генә бүләк итә. "Бәйләгән эштәремдең иҫәбен дә белмәйем.Был шөғөлөм үҙемә бик оҡшай, ҡулдарым эшләй, күңелем йырлай, был мауыҡтырғыс шөғөл күңел өсөн булһала,оло тормош юлында бик кәрәге тейәсәк,- ти уңған, аҡыллы, сибәр ҡыҙ Гүзәл. Ижади үрҙәр, уҡыуыңда уңышлыҡтар, ҡулыңдан һөйөнөп йәшә!!!
#Ижаддонъяһы#Миртворчества#Зианчуринскийрайон#Культура#Мәҙәниәт#
Читайте нас: