+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 22:00

ЕЛДӘҮЕК

Ел ояһы (ведьмина метла) -

Ағастарҙың бәшмәк сире арҡаһында бер ботаҡта бик күп сыбыҡсаларҙың үрсеп китеүе һәм ойошоп, шар һымаҡ ҡуйылыҡ барлыҡҡа килтереүе. Был күренеш ботаҡтарҙа барған мутациялар арҡаһында ла килеп сығыуы ихтимал.
Гендар кимәлендә барған үҙгәрештәрҙе кеше күптән инде үҙ файҙаһына бороп өйрәнгән, шуға елдәүекле ағастарҙы клонлаштырып, яңы ағас-ҡыуаҡ төрҙәре үрсетеү фәне барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Өфө паркында шар һымаҡ ҡыуаҡтар үҫә.
Русса исеме Мәскәй әбейҙең һеперткеһенә ҡайтып ҡалһа, башҡортса атамаһы туранан-тура мәғәнә бирә: был ҡуйы ботаҡтар йомғағына ел уралып тора.
Читайте нас: