+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2020, 11:05

Баймаҡ районында уҡсылар ярышты

Күрше өлкәләрҙән, республиканың төрлө райондарынан йыйылған мәргән уҡсылар Баймаҡ ерендә осрашты. Икенсе йыл рәттән ойошторолған спорт сараһы Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы тарафынан уҙғарыла. Милли яндан уҡ атыу ярышында ҡатнашыусылар араһында Бөрйән районынан Азамат Ырыҫҡолов бар. Ул тормошон хәрби өлкәгә арнай. Әле хаҡлы ялдағы подполковник

башҡорт халҡының милли яу ҡоралы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Уҡ-һаҙаҡтарыңды барлап алғансы бер аҙ сығымдар түгергә тура килә, әммә һуңынан күңелеңде биреп уҡтан атыуға бер нимә лә етмәй, ти мәргән. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡсылар араһында гүзәл заттар ҙа бихисап. Әүәле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ир-егеттәр менән бер сафта тыуған илен дошмандарҙан һаҡлап алыуҙа ҡатнашҡан. Әбйәлил районынан физкультура уҡытыусыһы Миләүшә Хәлилова ҡыҙы Гүзәлиә менән йәш быуынға был спорт төрө серҙәрен өйрәтә. Мәргән уҡсылар бәйгеһе Айыҡ ауыл республика конкурсы сиктәрендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар киләсәккә айыҡ аҡыл менән ҡараусы берҙәм Үрге Яйыҡбай ауылы менән яҡындан таныша алды.Бар һынауҙарҙы уҡсылар лайыҡлы үтте. Башҡаса булмай ҙа. Сөнки һәр ҡатнашыусы күңелендә яугир ата-баба рухы. Төп шарттарҙың береһе – милли кейемдә булыуҙы ла улар теүәл үтәне. Районда һуңғы йылдарҙа онотола барған йолаларҙы, ярыштарҙы тергеҙеү өҫтөндә маҡсатлы эш алып барыла. Үрге Яйыҡбайҙар иһә был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индерҙе.
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Читайте нас: