яңы обойҙар, тәҙрә пәрҙәләре алды, фатирына ремонт эшләне. Матур килеп сыҡты! Ҡайғыһынан үҙенә ҡул һалып ҡуймаһын, тип үҙ-ара һөйләште апайҙары. Ә ул тәмле итеп ашарға бешерҙе, йәне теләгән ризыҡ менән һыйланды, ммм, телеңде йоторлоҡ итеп. Бер үҙенә ҡыйындыр инде, тип борсолдо ата-әсәһе һәм үҙҙәре эргәһенә, баҡсаға саҡырҙы. Ә ул эт алды, кистәрен Софи де Вильнуазиҙы уҡыны. Эте уны паркка әйҙәне, матур күбәләктәр артынан сапты һәм уның өсөн тәлмәрйендәр тоторға тырышты. Софи тормошҡа пландарын үҙгәртергә һәм бәхетле киләсәккә ышанырға тәҡдим итте. Уға ауырҙыр инде, күрһәтмәй генә, тип иҫәпләне әхирәттәре. Ә ул ике сарафан, оҙоооон күлдәк, эшләпә, сандалийҙар һатып алды, сәсен буятты. Эй, бәхетһеҙ, төндәрен мендәргә ҡапланып илайҙыр инде, тип сөкөрҙәште күршеләре. Ә ул тәмле итеп, лимонлап сәй яһап, тәҙрәләрен асып, тәҙрә тупһаһына ултырып, тулған айға ҡарап һоҡланды. Һуңынан татлы йоҡоға сумды. Төшөнә диңгеҙ, төрлө төҫтәге ҡабырсаҡтар, дельфиндар инде. Эй, уңманы инде, тип тикшерҙе уны һөнәрҙәштәре. Ә ул, уҡып, водитель танытмаһы, осһоҙ хаҡҡа машина һәм ҡиммәтле юл сумкаһы алды. Ирең ташлап китеү - ниндәй фажиғә, төшөнкөлөккә бирелеп ҡуймаһын, тип бышылдашты таныштары. Ә ул аҡ төҫтәге сарафандарын, сандалийын сумкаһына һалып, этен ултыртып, диңгеҙ буйына юл тотто. Бер әбейгә фатирға инде, бешерелгән кукуруз, тәмле балыҡ, персиктар һәм виноград менән һыйланды, йылы, тоҙло дингеҙ тулҡындарына сумды, сихри эңерҙәргә ҡарап һоҡланды. Ҡояшҡа янды, һомғолланды. Йәйге ял тамамланды, өйөнә ҡайтты, ә унда... ул. Яңылышҡанмын, барыһын да яңынан башлайыҡ, тине. Ә ул телефон һандарын алыштырҙы, яңы йоҙаҡ һатып алды һәм слесарь саҡыртты. Слесарь ҙә ҡаты итеп кофе эсергә, алма пирогы ашарға, тулған айға ҡарарға, китап уҡырға ярата булып сыҡты. Ул фатир йоҙағын, кухнялағы иҫкергән кранды алыштырҙы, "французса" ит бешерергә, венгрҙарса кофе әҙерләргә өйрәтте һәм кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Эте ҡаршы килмәне, үҙе лә. (З.Шәймәрҙәнова тәржемәһе)