+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2020, 11:10

Тиҙ арала сәйгә, бешермәйенсә "Ҡырмыҫҡа ояһы" тортын эшләү ысулы!

Беҙгә кәрәк буласаҡ: печенье ( "Юбилейное", "Топленое молоко") - 500-600 г; ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт - 1 банка; аҡ май - 100 г; ҡаймаҡ - 2 аш. ҡалағы. мәк, сәтләүек, шоколад - әгәр кәрәк тип тапһағыҙ. Әҙерләү:

Печеньены ваҡлап, ҡалған ингредиеттарын ҡушып бутарға. Теләһәгеҙ, сәтләүек һалып ебәрергә. Тәрилкәгә ҡатнашманы өйөп һалып, ҡырылған шоколад менән мәкте һибергә. Ярты сәғәткә һыуытҡысҡа алып торорға. Һәм тәмлекәс - әҙер!
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: