Йәш килене йылғанан кер сайҡап ҡайтҡас, ҡәйнәһе ҡараған да:– Юҡ әле, килен, кереңдең кере китмәгән, бар, тағы ла барып сайҡап ҡайт! – тигән. Килен ҡайтанан йылға буйына төшөп киткән дә керен тағы бер тапҡыр сайҡаған.– Юҡ әле, кереңдең кере китмәгән, – ти икән ҡәйнәһе тағы. – Бар, эшеңде эш итмәйенсә, ҡайтма!Шулай итеп, ҡәйнә киленен тағы ебәрә.Дүртенсе тапҡыр барыуында, килен аптырап
йылға буйында бер аҙ торған-торған да аяғындағы ҡатаһының бысрағын да йыуып алған. Шунан тағы ҡайтҡан. Был юлы ҡәйнәһе йылмайып ҡаршы алған, керҙе ҡарап та тормайынса: