-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2020, 22:00

ИР-АТ ЮҠ!

“Ир-ат юҡ!” тип яр һала, бот саба замана ҡатын-ҡыҙы. Килешәм. Тик бер һорау тыуа

...ҡайҙа булған икән һуң ул ир-ат тигәнең, һәм нишләп ошоғаса йәшәгән дә бөгөн килеп ер йотҡан тираннозавр, динозавр, мамонттар ише юҡҡа сыҡҡан?!
Ир бала тыуа… Мәле еткәс уны балалар баҡсаһына алып баралар. Унда уны ҡатын-ҡыҙ тәрбиәсе ҡаршы ала. Баҡсанан һуң мәктәптең башланғыс класы. Унда ла гүзәл зат. Урта һәм өлкән кластарҙа ла. Бөтә ошо теҙмәләрҙә малай ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһен ала, уның психологияһын үҙенә һеңдерә, тыңҡыслап һеңдерә… һәм мәктәп эскәмйәһенән сәрелдәк, илаҡ, хәбәр һөйләргә әүәҫ, кәүҙәгә мөсһөҙ, ҡылыҡ-фиғеле көсһөҙ ҡыҙтәкә
килеп тә сыға. Ул Армияла ла хеҙмәт итергә теләмәй, өйләнергә лә. Өйләнер ҙә ине, бәлки, тик кәләш булаһы ҡыҙ нишләп кенә бар йәһәттән дә үҙенә тартҡан, оҡшаған кейәүҙе һайлаһын, уға бит һынмаҫ ихтыярлы, ғаиләне аҫрарлыҡ, ашатырлыҡ, кейендерерлек ир кәрәк. Яңылыштан ғына тормошҡа сыҡҡан хәлдә лә йәш ҡатын беренсе көндәрҙән үк ғаилә мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алырға мәжбүр: тиҙ арала ике-өс урынға эшкә төшә, холҡо ла ҡырыҫҡа, ҡайһылыр кимәлдә тупаҫҡа әүерелә. Һуң ҡайһылай ғына итһен, ни генә ҡылһын, нисек тә көн итергә, балаларҙы, боламыҡ, булдыҡһыҙ ир ишаратын тәрбиәләргә һәм ашатырға кәрәк тәһә!
Гел боронғоно маҡтай, тип әйтмәһендәр өсөн, тик бер генә миҫал килтерәм, әүәле бит мәҙрәсәлә малайҙарға мулла һабаҡ биргән, ә ҡыҙҙарҙы абыстай инсафлыҡҡа, тыйнаҡлыҡҡа өйрәткән, шуға ла ысын ир-егеттәр күп булған, ә ҡатын-ҡыҙ инде ана шул йорт хужаларынан, донъя тотҡаларынан аша сығырға ҡыймай үҙ урынын белгән!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Читайте нас: