+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 21:00

УРМАНДА НИ ӨСӨН ЙЫЛЫ?

Фәрит Иҫәнғоловтоң бәләкәй генә, әммә бик йылы хикәйәһе

Көн бик һыуыҡ. Әсләм өшөнө, өйгә инде. Атаһы урманға китергә әҙерләнеп йөрөй ине. — Улым, әйҙә урманға икәүләп барайыҡ. — Атай, һыуыҡ бит, өшөтә! — Өшөмәҫһең! Урманда йылы була ул. Әсләм ышанманы. Атаһы уны урманға алып китте. Ул ҡоро ағастарҙы киҫеп ауҙара. Ботаҡтарын ботай. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Ысынлап та, ул шунда уҡ йылынып китте. Тирләй башлағас, ҡолаҡсындарын күтәреп ҡуйҙы. Малай атаһынан: — Ни эшләп урманда ҡышын да йылы була икән? — тип һораны. Атаһы көлдө лә: — Утын күп булғанға, — тине.
Фәрит Иҫәнғолов (1988 йыл)
Читайте нас: