Бер мәл аҡыл эйәһе шәкерттәрен саҡырып алған да, бәләкәй генә нөктә төртөлгән аҡ ҡағыҙ күрһәткән һәм:
– Нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.
Бөтәһе бер тауыштан “ҡара төрткө” тигән. Яуап дөрөҫ булмай.
– Ә һеҙ бынау аҡ ҡағыҙҙы күрмәйһегеҙме ни? Ҡара нөктәгә ҡарағанда ул шундай ҙур! Тормошта ла шулай – иң беренсе кешенең ниндәйҙер насар яғын күрәбеҙ, яҡшыһы күберәк булһа ла... “Аҡ ҡағыҙ битен” бик һирәктәр генә тәү ҡараштан абайлай.