-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 15:30

ДОНЪЯЛАҒЫ ИҢ БЕРЕНСЕ ГОНАҺ –

УЛ...

КӨНСӨЛЛӨК
Көнсөллөк мөнәсәбәт өҙөлөүенә, дошманлашыуға, бер-береңде күрә алмауға, ғәйбәт һөйләүгә, зыян ҡылыуға, хатта үлтереүгә алып барыуы ихтимал. Хөсөтлөк хатта яҡын туғандарҙы ла айыра, бөтөнләй көфөрлөккә сығара. Күктә лә, ерҙә лә иң беренсе ҡылынған гонаһ шулай уҡ көнсөллөк менән бәйле.
Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде балсыҡтан бар иткәс, барлыҡ фәрештәләргә уға сәждә ҡылырға ҡуша. Бөтәһе лә уның әмерен үтәй, әммә бер Иблис кенә сәждә ҡылыуҙан баш тарта. Быға тиклем ул башҡалар кеүек Аллаға ғибәҙәт ҡылыусы, ғилемле булған, тик Аллаһ Әҙәмгә өҫтөнлөк биргәс, күңеленә көнсөллөк, тәкәбберлек инеп оялай. Шул сәбәпле Әҙәмгә һәм уның балаларына мәңгегә дошман булып ҡала һәм уларҙы тура юлдан яҙҙырыу өсөн барыһын да эшләй.
Тағы ла бер миҫал итеп Ҡөрьәндәге Әҙәмдең Кабил һәм Хабил исемле ике улы хаҡындағы ҡиссаны әйтеп үтергә кәрәк. Егет ҡорона ингән был ике туған алдына өйләнеү мәсьәләһе килеп баҫа. Аталары Кабилға Хабилдың игеҙәк һеңлеһен, ә Хабилға Кабилдың игеҙәк һеңлеһен ҡатын итеп билдәләй. Тик Кабил был ҡарар менән риза булмай, Хабилға ҡатын булыр ҡыҙҙы үҙенеке иткеһе килә. Был аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолоу өсөн Әҙәм уларға Аллаһҡа ҡорбан килтерергә ҡуша. “Аллаһ кемдең ҡорбанын ҡабул итә, шул хаҡлы булыр”, – тигән. Шулай итеп, Хабил – бер дөйәне, ә Кабил, игенсе булыу сәбәпле, бер өйөм бойҙайҙы ергә ҡуя. Шул ваҡыт күктән аҡ болот төшөп, Хабилдың ҡорбанын алып китә. Был – уның ҡорбаны ҡабул ителде һәм ул хаҡлы булып сыҡты тигәнде аңлата. Ахырҙа көнләшеүҙе еңә алмаған Кабил ҡәрҙәшенең ғүмерен ҡыя. Шулай итеп, Кабил донъялағы иң беренсе кеше үлтереүсе була.
Шулай уҡ Йософ пәйғәмбәрҙе лә, аталары уны нығыраҡ ярата тип, ағайҙары көнсөллөк арҡаһында үлтерергә теләй һәм, ахыр сиктә, уны ҡоҙоҡҡа ташлай.
Читайте нас: