+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 14:37

Был йомаҡтың яуабын әйтергә кем өлгөр?

Шифалы был эсемлекте күптәр эсергә ҡыҙа, Һоло, арпа йә бойҙайҙан әсетелә ул.... (?)

Туҫтаҡҡа ҡойҙом буҙа,Йә, эсеп ебәр, ҡоҙа!Түкте ҡоҙа буҙаны,Әрләмәнем ҡоҙаны.Тағы ла ҡойҙом буҙа,Түкмәй эс инде, ҡоҙа!Ҡоҙа ҡарай буҙаға,Мин ҡарайым ҡоҙаға.Сихәт бар шул буҙалаБыны аңлай ҡоҙа ла-Туя алмай буҙанан,Күҙ алмайым ҡоҙанан. Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, башҡорттоң шифалы милли аш-һыуы. Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Буҙаны һолонан (шулай уҡ «Геркулес» ярмаһынан) эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Буҙа эшләү сере менән танышып китәйек.
Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майы иретеп алыу мөһим. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. Бер килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйҙәр. Бер стакан бойҙай оно ла (талҡан булһа ла ярай) ҡушырға кәрәк. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырыу мөһим. Ләкин эҫе ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Даими болғатып тороу мотлаҡ. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер-нисә тапҡыр һөҙөп алаһың. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә лә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәме тағы ла яҡшыра. Буҙаны оҙаҡ һаҡлап булмай.
Читайте нас: