+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2020, 00:30

АҠ КҮГӘҮЕНДӘР

Аҡ күгәүендәр арттан эйәреп ауылға килә...

Ышаныуҙар буйынса, зыяратта йәшәгән үлеләр йәне. Улар ғәҙәттә зыяратта, зыярат тирәһендә осоп йөрөй икән. Шуның өсөн зыярат тирәһенән үткәндә ҡысҡырып һөйләшергә, көлөшөргә, тештәрҙе күрһәтергә ярамай. Шулай уҡ бармаҡ менән төртөп күрһәтергә лә ярамай икән. Ошо тыйыуҙарҙы үтәмәһәң, аҡ күгәүендәр һинең артыңдан эйәреп ауылға килә. Был осраҡта һинең ғаиләң дә йәки туған-тумасаң да мәйет була икән.
“Башҡорт мифологияһы”, Ф.Ғ. Хисамитдинова.
Читайте нас: