Тамам аптыраған Нияз өйгә килеп ингән 5 йәшлек һеңлеһенә өндәшә: "Айһылыыу, минең фишкаларҙы күрмәнеңме?" Айһылыу иҫе китмәй генә: "Ана бит өҫтәлдә, рактауа һауыты эсенә һалып ҡуйҙым."
- Рактауа? Ҡайҙа һуң ул рактауа?. Өҫтәл өҫтөндәге китап, дәфтәр һәм икмәк әсетә торған пакмая ҡабынан башҡа нимә күренмәй.
-Бына бит инде һуң, күрмәйһеңме ни, РАКТАУА тип яҙылған (инглиз хәрефтәре менән pakmaya), әллә уҡый белмәйһеңме? - тийеп ағаһына һуҡранып, фишкалар тултырылған икмәк әсеткес пакмаяның ялтыр ҡабын килтереп тотторҙо.