Бесенджи, йәғни өрә белмәүсе Африка эте 5000 йыл элек Үҙәк Африкала барлыҡҡа килгән, үҙенә генә хас, ишетелер-ишетелмәҫ тауыш сығара. Бесенджиға маңлайындағы һырҙары һәм һәм өйрөлөп торған ҡойроғо тағы бер үҙенсәлек өҫтәй. Етмәһә, ул бесәй кеүек йыуына ла икән.