-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2020, 10:50

Кәбеҫтә менән һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?

Һарымһаҡ ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты

Кәбеҫтә аҙыҡ-түлек пленкаһына төрөп ҡуйғанда яҡшыраҡ һаҡлана. Һәр береһен айырым-айырым һауа инмәҫлек итеп 2-3 ҡат төрөргә һәм баҙға төшөрөргә кәрәк. Пленка кәбеҫтәгә мөмкин тиклем нығыраҡ йәбешеп торорға тейеш.Ә һарымһаҡҡа килгәндә, ул ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмалле кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡапларға һәм аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.Һарымһаҡ он эсендә яҙға тиклем боҙолмай һаҡлана. Ул серемәһен, үҫмәһен өсөн төбөндәге ваҡ тамырҙарын яндырырға ла була.
Читайте нас: