Экспозициялар Матбуғат йортоноң беренсе ҡаттағы тәҙрәләрендә тәҡдим ителде. Күргәҙмәлә хәҙерге заман фоторәссамдарының ғына түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған уникаль архив фотолары ла урын алған. Авторҙарҙың күбеһе киң мәғлүмәт сараларында эшләй, йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Проекттың идеяһы авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вячеслав Стрижевский.