-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Сентябрь 2020, 22:15

ҠАРТ МЕНӘН ЙЫЛҒА

Ул йылды Оло Эйек, боролошон ҡырҡа үҙгәртеп, Назаркино ауылына яҡынлашты. Тамам ярһыған йылға ҡотороноп, яҙ оҙонона ауылға ҡалған илле метр ярҙы кимерҙе лә кимерҙе. Ауыл ҡарттары көн дә тиерлек текә ярға килеп, сәғәттәр буйы ташҡын һыуҙың енләнгәнен күҙәтәләр ҙә, эңер төшкәс өйҙәренә ҡайтышып, Оло Эйектең уйнаусан, шомло тауышына ҡалтыранып, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрәләр. Шул яҙҙы ауылдағы ҡарт-ҡоро ашығыс телеграмма менән балаларын ҡайтарып алды. Уландары ярлауға килеп, ата- әсәләре йортона нисә метр ҡалғанлығын күҙ күреме менән үлсәйҙәр ҙә, иртәгәһенән дә ҡалмай, өйҙәрен һүтеп ҡайҙалыр алып китәләр.

Йәштәр иһә күптән инде илдең төрлө мөйөштәренә таралышып бөткәндәр ине. Ауыл халҡының бошоноуҙары, күңел һыҡраныуҙары ҡалын ҡар аҫтында ҡалып, ваҡытлыса онотолоп торҙо.
Назаркино ауылында ғүмер баҡый йәшәгән Горянин ҡарт, орден-миҙалдар менән тулы пинжәген кейеп, Мәскәү ҡалаһына юл тотто. Баш ҡалала чиновниктар фронтовикты аңларҙар, ярҙам итерҙәр тип өмөтләнгән ине Сергей Кузьмич.
Икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан Рәсәй иленең урта өлөшөндә ташландыҡ рәүешендә перспективаһы юҡ тип һаналған ҙур булмаған Назаркин ауылы ултыра. Уның эргәһенән Оло Эйек йылғаһы аға. Яҙ осоронда шашынғандай ауылға һөжүм итә, йорттарҙы һәм ҡәберлектәрҙе ағыҙып алып китә тип һөйләй ул һәр бер ҙур Мәскәү кабинетында. Төрлөсә төшөндөрөп ҡарай бер күҙе һуҡыр Горянин. Бөйөк Ватан һуғышында немец минаһы шартлап, уң күҙен юғалтҡанлығы тураһында ла бәйән итергә онотмай инвалид ҡарт. 15 йыл әйләнәһенә пенсия йәшендәге ололар ауылды уратып үтмәле канал төҙөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап ауыл советы, райсовет депутаттарына, республиканың Юғары Советына мөрәжәғәт итәләр. Әммә райондың муниципалитет ойошмалары етәкселәре өнһөҙ ҡала килә. Әйтерһең дә, Назаркин халҡы уларға үгәй әсә.
Баш ҡалала ла Сергей Кузьмичтың әсенеп һөйләүҙәренә ҡолаҡ һалыусы булмай. Уға нисек киткән, шулай кире боролоп ҡайтырға тура килә. Ауылдаштары Горянинды күргәс тә бер һүҙһеҙ барыһын да аңлай.
Нәүбәттәге яҙ үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Март айында көн оҙонлоғо арта төштө. Ҡояшы ла һыҡмыр ғына йылыһын өләшә. Тик Сергей Кузьмичты тәбиғәттең уяныуы һөйөндөрмәй ҙә кеүек. Ул яҙ боҙҙары аҡҡансыға ҡәҙәр Оло Эйектең ярында уйсанланып йөрөй, йә ауылдан берәй саҡрым алыҫлыҡта, ҡалын ҡарҙы көскә йырып, бата-сума, аҙымы менән болонлоҡтоң яҡ-яҡтарын үлсәй ҙә үлсәй. Туҡтап бер ҡағыҙ киҫәгенә нимәлер төшөрә, иҫәптәр яһай, яҙа-һыҙа.
Апрель урталарында Горянин яҡташтарына ауылды уратып үтмәле каналды бергә ҡаҙырға тәҡдим яһаны. Ләкин ауыл ҡарттары уның һүҙҙәрен көлкөгә сығарҙы. Алтмышынсы йылдарҙа каналды бар ауыл көсө менән ҡаҙырға ҡарар сығарғандар ине. Һәр йортҡа ни бары 3 метр ер ҡаҙыу эше төшһә лә, был башланғыс та үҙенән-үҙе һүрелеп ҡуйҙы. Әлегеһе ауылда йәшәгән ике тиҫтә ярым инвалид ҡарт был ауыр ер эшенә тотона буламы һуң? Шулай итеп, Сергей Кузьмич ауылдаштары яғынан бер ниндәй ҙә яҡлау тапманы. Ул яҙҙы яуыз ташҡын һыуҙары йәнә биш йортто һәм ауыл магазинын алып китте.
Май баштарында 62 йәшлек Сергей Кузьмич Горянин, һуғыш инвалиды, ауылдаштарының мыҫҡыллап көлөүҙәре һәм ҡараштары аҫтында, ҡулына көрәк тотоп, яңғыҙы тыуған Назаркиндың аръяғында ятҡан болонлоҡҡа йүнәлде. Йәй оҙонона ер өҫтө туңғансыға ҡәҙәр, оҙонлоғо 30 метрға һуҙылған, тәрәнлеге 2 метр булған траншея ҡаҙыны ул. Көн ҡалдырмай, иртә таңдан төнгә тиклем баш ҡалҡытмай эшләне. Октябрь айында, ер убырылып, ике тапҡыр биленәсә балсыҡ аҫтында ҡалды. Ике осраҡта ла ҡатыны Матрена Григорьевна яңғыҙы ирен соҡорҙан ҡаҙып сығарҙы.
Йөҙләгән кубометр мәтеле балсыҡ ҡаҙыу, сығарыу ветеран өсөн эҙһеҙ үтмәне. Ҙур көс һалыуҙы талап иткән ер эше һаулығын да ҡаҡшата төштө. Һөҙөмтәлә, буш күҙ соҡоро туҡтауһыҙ һыҙланы, биле ҡуҙғалып умыртҡа һөйәге ауыртыуҙан тиҙ генә тороп китә алмай ыҙаланды. Киләһе яҙ ташҡын һыу ҡарт ҡаҙған каналға керергә ашыҡманы. Ҡаҙылғандың төбөнә ләм ултырҙы ла, каналдың яҡ-яҡтары емерелеп төшкөләне. Йәй буйы Горянин канал төбөн таҙартты, стенаһын нығытты, тәрәнлеген 4 метрға еткерҙе. Шуныһы үкенесле: ветерандың ауылдаштары аңында аңлау, таяныс, ҡыҙғаныу, миһырбанлыҡ төшөнсәләре шытып сыҡманы. Ул ғына ла түгел, рухи терәк, йылы һүҙҙәрен йәлләне улар. Шуға ҡарамаҫтан, көн дә йә береһе, йә икенсеһе бәшмәк йыймаҡ, йә булмаһа балыҡ ҡармаҡлау сәбәбе менән Сергей Кузьмичтың ҡаҙыған каналына килергә онотмайҙар ине. Сығарылған еүеш балсыҡ кәҫенә яйлап ултырып алалар ҙа, оҙаҡҡа һуҙылған әңгәмәләрен башлайҙар. Хеҙмәт ветераны Автухов күршеһе тураһында ошолайыраҡ бәйән ҡылды:
– Серега Кузьмич, нисә тапҡыр һине билеңәсә балсыҡ баҫты, үлемдән саҡ ҡалдың, ары ла ошолай һаҡланмаһаң – көт тә тор, үҙенде алып китерҙәр әле бынан аяҡтарың менән алға табан.
– Әтәк-һәтәк һөйләп торорға һин генә етмәгән инең, әрәмтамаҡ әҙәм, тай бынан, үксәңде ялтырат, – тип ҡысҡыра Серега.
– Ҡай берҙә ҡармаҡ һалғанда мауығып китәһең дә, һуңлатып ҡайтыла, Серега ҡырына ыңғайлайым. Ә ул туҡтауһыҙ, как заведенный, ҡаҙа ла ҡаҙа. Мин уға, етте һиңә, окоптан сыҡ, бында һиңә фронт түгел, әйҙә ҡайтышайыҡ, тим. Ә Кузьмич шаярып алырға ла әүәҫлеген онотмаған:
– Миңә иртә әле ҡайтыш уйнарға. Мин ҡояшты умыртҡаһына терәп ҡуйҙым. Ул тиҙ генә бата алмаҫ, – тип йылмая күрше.
Оло Эйектең үҙәнен борорға уйлаған Горянин ҡарт тураһында хәбәрнамәләр район етәкселәренә лә барып еткеләне. Улар, әлбиттә, һаулыҡ һорашырға йә иһә ярҙам итеү иҫәбе менән килмәйҙәр, киреһенсә, биғәләш ҡарт тип күргән һуғыш ветеранының каналын күҙләргә, уны нисек тә рәнйетеп, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп китергә машиналарын Назаркин яғына боралар ине. Ләкин үҙ һүҙле, ныҡыш ҡарт, төрлө эҙәрлекләүҙәргә, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡаҙыуын белде. Ә каналының оҙонлоғо уның һайын ауылдан алыҫлаша барҙы.
Ошондай баш, аҡылға һыймаҫлыҡ фиҙаҡәр физик хеҙмәт өҫтөндә Сергей Кузьмич үҙенең 65 йәшен ҡаршыланы. Матрена Григорьевна иренең тыуған көнө менән ҡотлап көрәк бүләк итте.
Үткән өс йыл эсендә Горянин канал оҙонлоғон 80 метрға еткерҙе. Һәм Оло Эйек каналға инеп, ташҡын һыу таран формаһында бәрҙереп, каналды киңәйтеп, үҙәнен оҙонайтыр тип өмөтләнгән ине. Ләкин ҡарттың уйлағандары аҡланманы. Шунда ул Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмере эште тамамларға етмәҫ тип, файҙалы машина эшләргә уйланы. Яҙ оҙонона ул фантастик машина конструкцияһын төҙөнө.
Май аҙаҡтарында Горянин ғәжәйеп машинаһын каналының икенсе башына ҡороп ултыртты. Һөҙөмтәлә, Сергей Кузьмичтың ер ҡаҙыу етештереүсәнлеге 4–5 тапҡырға артты. Ғәмәлдә, был күтәргес кран ине. Билдәле, соҡолған ерҙе 4 метр тәрәнлектән ер өҫтөнә ырғыта барыу мөмкин түгел. Ярай ҙа ул, өҫтә алып тороусы кешеһе булһа. Әлеге осраҡта ҡоролманың оҙон күтәрткесенә, йә иһә стрела тип аталған өлөшөнә ағас йә тимер йәшник эленә. Күтәрткес кранды теләһә ниндәй тәрәнлеккә төшөрөп һәм туҡтатып була. Горянин ҡарт канал төбөндә ултырған балсыҡты тейәй ҙә, баҫҡыс буйлап, ҡояш яҡтылығына сыға. Унан бензинда эшләгән моторын ҡабыҙып, ер ҡатламын өҫкә күтәрә. Әрйәне бушатҡас, йәнә канал төбөнә төшөрә, аҙаҡ үҙе баҫҡыстан төшә. Көн оҙонона йөҙәр тапҡыр аҫҡа-өҫкә, хас та тейен тиерһең.
Ошо бер ҡарағанда ябай ғына иҫке торбаларҙан, тимер-томорҙан йыйылған күтәрткес ҡартҡа ғәләмәт шәп ярҙам итте. Бер йылда ғына канал 150 метрға оҙонайҙы. Йәнә Горянинға башлаған эшенең осона сыға алмаҫ кеүек тойолдо. Шуға ул урындағы совхоз директорына трактор һорап барҙы. Ләкин, үҙен кеше яҙмышын хәл итеүсе тип тойған түрә, олоғайып килгән ветеранға ”отказ” һуғып сығарҙы. Сергей Кузьмичтың яңғыҙы канал ҡаҙа башлағанына ла алтынсы йыл китте. Шул яҙҙы ҡомһоҙ ташҡын һыуҙары ауылдың бөтөнләйе менән бер урамын ағыҙып алып китте. Ярты картуф, йәшелсә баҡсалары юҡҡа сыҡты.
Назаркин халҡын ҡурҡыу солғап алды.
– Беҙ ғаиләбеҙ менән атайға, ҡаҙыуыңды туҡтат, әтеүһә, йөрәгең күтәрә алмаҫ, тип әйтә килдек, – тип һөйләй Горяниндың ҡыҙы Мария Сергеевна. – Уның ярты яҡ кәүҙәһе насар хәрәкәт итә башланы. Тиҙ арала нимәлер эшләргә, йә ауылдан күсенеп китергә кәрәк ине... йә иһә...
Алтынсы йылды ла ветеран, һаулығын йәлләмәй, аҡылдан шашҡан кешеләй эшләне лә эшләне, метр артынан метр ҡалдырып, ҡыҙыл балсыҡты кимерҙе лә кимерҙе. Ике тапҡыр боғаҙынан ҡан китте. Яҙғы ташҡын һыуҙың каналға кермәйәсәген әле төшөндө, әле генә Горяниндың аңына барып етте. Йылғаның төп үҙәнен быуырға кәрәк тигән һығымтаға килде ул.
Өс ай буйы Сергей Кузьмич бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр һыу буйында үҫкән ағастарҙы ҡырҡты, ботаҡтарынан, ҡабығынан таҙартып, йылға буйына төшөрә торҙо. Бүрәнәләрҙән һал бәйләне. Тәү башта бер бүрәнә осона ролик ҡаҙаҡланы. Ары уны вертикаль баҫтырып һал уртаһына һелкенмәҫлек итеп беркетеп ҡуйҙы. Бәй алып бер осона ауыр тумрау бәйләне, икенсе осон ролик аша үткәргәс, төҙөлөштә ҡулланылған ябай ғына пневматик «баба» эшкә әҙер ине.
Горянин бәйҙе тартып, тумрауҙы юғарыға күтәрә лә кинәт бәйҙе ебәрә. Тумрау аҫҡа табан ынтыла. Ошо «баба» йәғни ҡулдан эшләнгән пневмомолот ярҙамында урындағы талантлы ауыл рационализаторы бүрәнәләрҙе Оло Эйектең арҡырыһына ҡағып кәртәләй башланы. Көҙгә ҡарай Горянин йылғаның тәрән өлөшөнә ҡаҙаҡтар ултыртып бөтөрҙө. Инде ҡағылған текмәне тал сыбығы менән сырмап, ситән рәүешенә керетергә кәрәк ине. Һуйыр сыбыҡ әҙерләгәс, Сергей Кузьмич ноябрь баштарына ҡәҙәр һыу төбөнә сумып, һәрмәнә-һәрмәнә тал сыбығынан шаҡарма үрҙе.
Аҙналар буйы һалҡын һыуҙа йөрөү һөҙөмтәһендә уң яҡ үпкәһе шеште. Ҡатыны Матрена Григорьевна иренең һаулығы зыянлағаны тураһында образлы ғына итеп һүрәтләне.
– Сережа һыу төбөндә һәрмәнеп ситән үргән сағында, иҫән күҙенә сыбыҡ осо тейеп киткән. Ҡартымдың бер күҙе генә булғанға, тәүҙә томан ҡапланы, ә аҙаҡ ҡараңғылыҡ...
Ул көндө мин иргә төшкө аш килтерҙем. Ә ярҙамға саҡырырға тирә-яҡта бер әҙәм заты ла күренмәй. Берәйһен саҡырырмын тип ауылға ҡайтырға булдым. Горянин ике сәғәт ер өҫтөндә ултырғандан һуң, яйлап ҡына ауыл яғына ыңғайлаған. Ләкин ауылға сыға алмай, таңға ҡәҙәр урман эсендә, тоҫмаллап аҙашып йөрөгән дә йөрөгән. Икенсе көндө уны ауылдан 40 саҡрым алыҫлыҡта иҫһеҙ булып, ҙур күк тирәккә һөйәлеп ултырған ерендә табалар. Һуңынан ул тоташ ҡыш айҙары дауаханала ятып сыға. Уның күреү һәләте лә бер аҙ яҡшыра.
Йәнә лә яҙ килде. Уйланып эшләнелгән быуа ҡоролмаһы, ниһайәт, ышанысымды аҡланы тип, Сергей Кузьмич шатланып ҡуйҙы. Тымыҡ һыуҙың быуа ҡырында төпкә ҡәҙәр туңғанлығы асыҡланды. Ташҡын һыуға тотҡарлыҡ булып ҡалын боҙ ҡатламы һәм быуа торорға тейеш ине. Асылда иһә, ҡарттың уй-фекере дөрөҫ икәнлеге тағы ла бер иҫбатланды. Яҙ һыу ябырылып аҡҡан сағында кинәт тотҡарлыҡҡа осраны һәм абынғандай туҡтап ҡалды һәм ҡоторонҡо ташҡын һыу – ҡайҙа барырға белмәй, Горяниндың каналына ташланды. Ете йыл буйы Сергей Кузьмичтың әҙәм ышанмаҫлыҡ эшенә нөктә ҡуйырға ла булыр ине. Ниһайәт, Аллаһы Тәғәлә уға миһырбанлығын күрһәтте тиһәк.....
Ахырҙа, ҡулға эйәләшмәй аптыратҡан, һис тыйылғыһыҙ йылға, ауылды тыныслыҡта ҡалдырып, үҙенә яңы йүнәлеш тапты тип һөйөнһәк.... Ләкин тормошта осрай торған көтөлмәгән хәл – Горяниндың бар тырышлығын, ете йыл буйына бил бөккән хеҙмәтен юҡҡа сығарҙы.
Назаркиндан алыҫ түгел ерҙә Оло Эйек кинәт ҡуйы стена булып үҫкән урманға төртөлдө. Һөрлөгөп туҡтап ҡалғандай итте. Һыу кимәле көтмәгәндә киҫкен күтәрелеп, Горяниндың быуаһын минут эсендә алып ташланы һәм ауыл уртаһында уйған йырынынан ағып китте. Бер нисә йорттоң яҙмышы ла үтә аяныс булды.
Ҡорбандарына һай аяуһыҙ ине Оло Эйек, буйһонорға теләмәгән мәрхәмәтһеҙ йылға.
Әлбиттә, Сергей Кузьмич йылғаның ошондай мәкерле йөрөш эшләрен башына ла килтермәне. Был осраҡта күпселек башындағы кәпәсен ергә атыр ине лә, һин, Оло Эйек, минән көслөрәк булып сыҡтың, мин еңелдем, бирелдем, тип ауылдан сығып ҡасыр... Юҡ-юҡ, Горяниндың бирешергә, ҡулын күтәрергә уйына ла инеп сыҡманы. Шул уҡ көндә ҡарт, балта-бысҡы һатып алыу иҫәбе менән район үҙәгенә юл тотто.
Йәнә йылға менән алыш башланды. Кеше ихтыяры һәм тәбиғәттә үҙ урынына дәғүә иткән көслө йылға тар һуҡмаҡҡа баҫтылар... Кем кемде... айырма тик шунда: кеше бер үҙе, яңғыҙы, алда йәшәр йылдары ла һанаулы... Ә йылға ғүмере мәңгелек булмаһа ла, мең йыл йәшәр хуты барҙыр әле, йә миллион...
Алдағы өс йыл Сергей Кузьмич тағы ла сәмләнеп урман йыҡты. Бер нисә йыл элгәре зыянлаған күҙе бөтөнләй тиерлек һуҡырайҙы. Шуға ҡарамаҫтан, урман ярынтыһы оҙонайғандан-оҙонайҙы. Ҡарт урман ҡырҡыу шөғөлөн ҡышҡы һалҡында ла туҡтатманы. Уға фермалағы ҡарауылсы эшен дә ҡалдырырға тура килде. Сергей Кузьмичҡа 72 йәш тулды. Ул 10 йыл рәттән тыуған көнөн каналда йәиһә урманда ҡаршыланы.
560 метр оҙонлоҡтағы һәм 4 метр тәрәнлектәге канал имтихан бирергә әҙер ине. Киләһе яҙҙы Оло Эйек Горянинға буйһоноп, ул күрһәткән йүнәлештә ағып китте. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Назаркинда ҙур үҙгәрештәр булып үтте. Ауылда яңы урам ҡалҡып сыҡты. Сергей Кузьмич ҡотҡарып ҡалған ауылға ҡасандыр төрлө сәбәптәр менән ташлап киткән элекке Урта Азия республикаларынан төп ауылдаштары ҡайтып төпләнә башланы. Йылға үҙәнен бороп, Горянин фермер Ким Килмөхәммәтовтың фермер хужалығын ҙур юғалтыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Оло Эйек йотоуҙан ҡалған ферма текә ярҙан ни бары 4 метрҙа тороп ҡалды. Бөйөк рус яҙыусыһы “Рәсәйҙе нисек үҙгәртеп торғоҙорға” тип әҫәр яҙған. Икенсе бөйөк, шул уҡ ваҡытта ябай колхозсы, үҙгәртеп ҡороуҙы үҙенең тыуған ауылынан башланы.
Горянин ҡарт күптән гүр эйәһе булды. Мин уны иҫән сағында күреп һөйләшеү бәхетенә ирешмәнем. Ә Матрена Григорьевна менән оҙаҡ әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Инде ул да ире ҡырында, бер ҡойма эсендә яталар.
Эшкә, хеҙмәткә табынған руханиҙарҙы Горянин миҫалында күреп була. Ул беҙгә, тыуған төйәгенә, ауылына һәм ауылдаштарына үҙенең тоғролоғо, изгелеге менән яҡын. Хеҙмәткә фанатик рәүештә бирелгәнлеге мөнән ҡәҙерле. Уның йәшәйеш принцибы: кәрәк икән, бар ал, хәйер көҫәп, меҫкенләнеп йөрөмә, бары үҙеңдең көсөңә, рухи байлығыңа, мөмкинселектәреңә ышан. Шул саҡта донъяла һин булдыра алмаған эш ҡалмаясаҡ. Яҙмышыңа Аллаһы Тәғәләнән күрһәтелгән тәҡдиреңде, йәш ағыҙып, түшәмгә ҡарап, уны кемдер үҙгәртеүен көтөп ултырма. Горянин был уйҙырмаларҙы үҙ ҡулдары, аңы менән иҫбат итте. Ошо кешелеклек сифаттары менән ул беҙгә өлгө булып тора ла инде. Беҙҙең һәр беребеҙгә ҡол йәиһә ирекле булыуҙы һайлау мөмкинлеге бирелгән.
Һәр кем үҙенең тормошон, йәшәйешен нисек кәрәк үҙгәртергә, яҡшыртырға хаҡлы. Һәм беҙҙең хыялдарыбыҙҙы, теләктәребеҙҙе бойомға ашырыу бары үҙебеҙҙән тора түгелме...
Радик ӘХМӘТОВ тарафынан 1992 йылдың 21 ноябрендә «Комсомольская правда» гәзитендә сыҡҡан «Старик и речка» очергынан ҡыҫҡартылып тәржемә ителде.
Читайте нас в