-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентябрь 2020, 23:30

Мираҫ

Матурлыҡҡа ынтылыу һәр кемгә хас

Ата-бабаларыбыҙ беҙгә ҡалдырған иң мөһим мираҫы рухи байлыҡтарҙың береһе – балаҫ һуғыу. Рухи һәм матди байлыҡтың үҙенсәлеге айырылғыһыҙ булыуы менән билдәле. Һәр кем үҙе йәшәгән ерен, әйберҙәрен үҙ зауығына ҡарап биҙәй. Матурлыҡҡа ынтылыу һәр кемгә хас. Тиренән, йөндән эшләнгән, бәйләнгән, һуғылған, тегелгән әйберҙәр күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың көнитмешендә айырым урын алып торған. Тирмәләрҙең эсен йыйыштырғанда ла, йылытҡанда ла, ер иҙәненә лә кейеҙ йә иһә балаҫ йәйелгән. Бигерәк тә балаҫтары айырылып торған. Уларҙы төрлө йөндәрҙән, туҡымаларҙан матур итеп эшләр булғандар.
Балаҫтарҙың ике төрө була – буй һәм аҫалы балаҫ. Һеҙҙең иғтибарға Тайсина Ғәрифә Хәким ҡыҙының буй балаҫтары.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: