Ә ире бер нимә лә һиҙмәй, мөхәббәтле күҙҙәрен көлдөрөп, көслө ҡулдары менән уны наҙлап һыйпауын дауам итте. - Юҡ! Булмай былай! Ҡатын бесәй тиҙлегендә биҙәнеп-төҙәнде лә, оҙон муйынын, асыҡ иңбаштарын яланғасландырған ебәк күлдәген, бейек күтәрмәле туфлийын кейеп, ире эргәһенә тып итеп килеп баҫты. Ире шатлыҡтан балҡып: - Бына, йәнкиҫәккәйем, һин ултырып йөрөгән өсөн генә ошо машинамды ялтыратып һөрткөм килә лә тора! Әйҙә, рәхим ит! - тиеп, ҡатынын тап-таҙа машинаһына күтәреп кенә ултыртты ла, балалар баҡсаһына, һөйөклө улдарын алып ҡайтырға елдерҙе. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА