Бер крәҫтиәндең аты ташландыҡ ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Атҡа зыян килмәгән, ләкин уны шул тиклем тәрән ҡоҙоҡтан анһат ҡына тартып сығарыу мөмкин булмаған. Хужа атты ҡоҙоҡтан сығарыуға тотоноласаҡ сығымдың яңы ат һатып алыуға ҡарғанда ла күберәк буласағын иҫәпләгән дә, был эш менән мәшәҡәтләнмәҫкә булған. Ул бер нисә кешене яллаған да, атты шул ҡоҙоҡта ерләргә ҡушҡан. Эшселәр көрәк алып, ҡоҙоҡҡа тупраҡ ташлай башлаған. Ат улар ташлаған тупраҡты өҫтөнән һелкеп ташлай ҙа, тояҡтары менән тапай икән. Ялланған эшселәр тырышып -тырышып тупраҡ өйә, ә ул тупраҡты аяҡ аҫтына һелкеп ташлап тапай бирә, ти. Шулай итеп соҡор күмелә яҙып бөткән һәм ат ҡоҙоҡ эсенән килеп тә сыҡҡан... Беҙҙең дә тормошта төрлө ауырлыҡ-кәртәләр соҡорона батҡан саҡтар була, шундай мәлдә кемдәрҙеңдер яуызлыҡ, битарафлыҡ, хөсөтлөктө өҫтөбөҙгә көрәкләп өйөүе лә ихтимал. Шундай саҡта әлеге ат тураһында иҫкә төшөрөгөҙ: өҫтөгөҙгә ишерелгән бар сүп-бысраҡты һелкеп ташлағыҙ ҙа юғарыға ынтылығыҙ. Һеҙгә күпме генә бысраҡ ташламаһындар, уларҙан юғарыраҡ күтәрелегеҙ. Әлеге ат һымаҡ...