+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Сентябрь 2020, 23:30

Йоҡлар алдынан көлөп ял итеп алайыҡ, дуҫтар

Магазинға ҡоралланған бур инә лә һатыусынан һорай:Исемең нисек?Әлфиә.Минең әсәйемдең дә исеме Әлфиә. Ярар, мин һиңә теймәйем.Шунан һуң бер егеттең исемен һорай. Уныһы:Минең исемем – Сәлим, ләкин дуҫтарым ҡайһы ваҡыт Әлфиә тип тә йөрөтә.(Ныҡ көлдөргөстәре сайтта)

Парашюттан һикереү күпме тора?
10 мең.
Ҡурҡыныс бит әле, йә парашют асылмай ҡуйыр...
Беҙ һеҙгә аҡсаһын кире ҡайтарырбыҙ.
Хәҙерге замандың ысын ир-егеттәре тәүге аҙымды һәр ваҡыт үҙҙәре яһай: ҡыҙҙарҙың фотоларына лайк ҡуя!
Күпер буйлап фил менән ҡуян китеп бара. Ҡапыл күпер бөгөлөп китә. Фил ҡурҡып ҡына:
Ҡара, ҡуян, күпер ҡайһылай бөгөлөп китте!
Бөгөлә инде, беҙ бит икәү! – тигән ҡуян.
Ҡатын иренә:
– Һөйөклөм, һин ни өсөн мине яраттың?!
– Бына күрәһеңме, хәҙер үҙең дә аптырайһың!
Читайте нас: