-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 15:14

Гәрәбә төҫөндәге алма ҡайнатмаһы

Быйылғы уңдырышлы йылда ҡайнатмалар ҙа күп әҙерләгәнһегеҙҙер инде, дуҫтар. Бына ошо тәмлекәс тә һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ. Алма, лимон, шәкәр һәм һыу кәрәк буласаҡ.

Ҡаты сортлы алма бигерәк тә һәйбәт булыр. Йомшағынан ҡайнатма түгел, джем килеп сығасаҡ.
Алмаларҙы йыуып таҙартабыҙ, үҙәген алып, йоҡа пластиналарға киҫәбеҙ. Үлсәп ҡарайбыҙ – бер килограмм алманан 900 грамм сыҡты.
Сироп әҙерләп алабыҙ. Ике стакан һыуға 600 грамм тирәһе шәкәр ҡомо һалып, ирегәнсе ҡайнатабыҙ ҙа, алма өҫтөнә ҡойоп ебәрәбеҙ. 20 минутлап торғас, плитаға ҡуйып, ҡайнатып алабыҙ. Талғын ғына утта 20 минут ҡайнатһаҡ, етә. Шунан 2-3 сәғәттән һуң тағы 20 минут ҡайнатабыҙ ҙа, 2-3 сәғәт үткәс, лимондың һөйәктәрен алып, ваҡ ҡына итеп турап, ҡайнатмаға ҡушабыҙ. Инде лимон менән талғын утта 20 минут ҡайнатҡас, алма гәрәбә төҫөнә керә һәм тәмле ҡайнатма әҙер!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!
Тәғзиә ХӘБИРОВА әҙерләне
Читайте нас: