+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Август 2020, 18:29

Азамат ЮЛДАШБАЕВ:

СӘХНӘГӘ СЫҒЫУҘАН, ЙЫЛАНДАН, ҠЫҘҘАРҘАН ҠУРҠАМ...

Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде. Йыландан һаман да ҡурҡам, хатта һүрәтен күрһәм дә тертләп китәм. Ә ҡыҙҙар хаҡында... ҡуй, өндәшеп тормайым. Әйткәндәй, видеокамеранан да ҡурҡа инем. Уныһын еңеү өсөн телевидениеға эшкә урынлашырға тура килде. Әммә ҡурҡыуҙы еңеү – бер, сәхнәнән, телевидениенан һөйләгән телмәрең өсөн яуаплылыҡ тигән нәмә икенсе төшөнсә. 2002 йылда Өфөгә күсеп килгәндә мин бер кем дә түгел инем. Шуға күрә сығыш яһауы ла еңелерәк булғандыр. Бөгөн мин кемгәлер әйләндем. Юҡ, ниндәйҙер дәрәжә, дан-шөһрәт, маҡтаулы исем, вазифа хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Улары юҡ миндә... Минең бөгөн Азамат тигән исемем бар. Һәм ул миңә яуаплылыҡ һала. Сәхнәгә сығам, телевидение аша сығыш яһайым икән, ана шул Азамат тигән исем өсөн яуаплылыҡ тоям.
(Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәтем, ысынлап та, һәйбәт. Сөнки улар ҡайһы бер егеттәргә ҡарағанда “егетерәк”. Ә ирҙәр ваҡланды бөгөн).
Читайте нас: