+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Август 2020, 18:32

Был матур нәскиҙәрҙең оҫтаһы кем икән?

Шундай матур нәскиҙәрҙе өйгә ҡайтыу менән ҡайҙа тура килде, шунда сисеп ташлап булмай инде.

Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһынан сыҡҡан улар. Фабрикаға 1966 йылда нигеҙ һалына. Был еңел сәнәғәт предприятиеһы 300 төргә яҡын эске һәм өҫкө трикотаж кейемдәре сығара, продукцияның 60 процентҡа яҡыны — балалар ассортименты. Рәсәйҙә ошондай профилдәге 123 предприятие араһында трикотаж әйберҙәр сығарыу күләме буйынса 6-сы урынды алып тора (йылына 3 млн дананан артыҡ). 2012 йылға дөйөм Рәсәй күләмендә фабрика продукцияһының сағыштырмаса ауырлығы 4 процентҡа яҡын тәшкил итә. Юридик шәхес булараҡ тулы исеме — «Почёт Билдәһе» орденлы «Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы» ябыҡ акционер йәмғиәте.
Читайте нас: