+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август 2020, 23:10

Ярым-ҡош, ярым-ҡатын тип иҫәпләнә был йыртҡыс

Ярым-ҡош, ярым-ҡатын тип иҫәпләнгән был йыртҡыстың исеме - Гарпия. Урлаусы, алып ҡасыусы тигәнде аңлата.

Был ҡош уҫал диңгеҙ аллаһы Тавмантаның яһил, аяу белмәгән ҡыҙы тип әйтелә гректарҙа. Ҡиәфәте менән дә, ҡылыҡтары менән кешеләрҙә кәүгәсел ҡурҡыу уятҡан был йыртҡыс ҡош Көньяҡ Америкала йәшәй. Ярһыу, мәкерле ҡоштоң ҙурлығы метр ярым самаһы. Асыулы сағында елкәһендә тырпайып киткән ҡауырыйҙары уны бигерәк тә ҡот осҡос фиғелгә килтерә икән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ҡоштар бер-береһенә бик тоғро, парлашып ҡына йәшәйҙәр. Ике йылға бер тапҡыр бер генә йомортҡа һалып, себешен айырыуса наҙ һәм иғтибар менән тәрбиәләп үҫтерәләр икән. Был ғәжәйеп ҡош тураһында тулыраҡ givnost.ru сайтында уҡый алаһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: