+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
29 Августа 2020, 10:00

Ғифрит

Йылға буйындағы ҡомлоҡта бынауы ғифритте күреп ҡобараһы осҡан ҡыҙым сарбайлап ҡысҡырырға тотондо. Уның тауышына аһ-уһ килеп йүгереп килеп еттем дә, ҡурҡышымдан ҡатып ҡалдым.

Һорғолт-йәшел крокодил ҡыбырҙап беҙҙең яҡҡа табан шыуышҡан кеүек. Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп алғандай. Йә Хоҙай, тештәрен ыржайтып йылмая инде әллә!- Бәй-бәй, серегән бүрәнә түгелме һуң?- Әллә шулаймы?- Ууууф... Шулай, ҡурҡҡанға ҡуш күренә тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас