+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август 2020, 16:22

Әхирәтемә

Миләүшә Ҡыҙрасова Эсем тулы сүп-сар түгел, Был күңел юҡ-бар йыймай. Һөйлә, тиеп үтенмәгеҙ... Һәр кемгә һөйләп булмай. Күңел бушатыу, тиҙәр бит Һөйләшеп-күрешеүҙе. Эс-бауырҙы асып һалып Сереңде бүлешеүҙе.

Эх, шул эс-бауырҙың ҡайсаҡ Эт-ҡошҡа тарыуҙары... Тештән хәтәр тел яраһы... Юҡ дауа табыуҙары. Мөлдөрәмә тулған күңел Бушаныр ишен эҙләй. Үҙе кеүек тәрән һауыт Һирәк шул... Бик күренмәй. Ауыҙымдан һүҙем сыҡһа Күҙемдән сыға йәшем... Бер түгелеп алыр инем, Алыҫта... әхирәтем.
Читайте нас: